Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 1:50 - Изге Яҙма

50 Сөләймәндән ҡото осҡан Адонияһ иһә Изге сатырҙағы ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә барып йәбеште.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 1:50
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Быны ишеткәс, Адонияһтың ҡунаҡтары хәүефкә батып урындарынан торҙо һәм һәр кем үҙ юлына ашыҡты.


Был хаҡта Сөләймәнгә хәбәр иттеләр. – Адонияһ Сөләймән батшанан ҡурҡа, – тинеләр. – Ҡорбан усағының мөгөҙҙәрен тотҡан да: «Башта Сөләймән батша мин ҡолон ҡылыс менән сапҡылап үлтермәҫкә ант итһен», – тип әйтә.


Был хәбәр Йоавҡа ла барып етте. Ул Авшаломды яҡлашмаһа ла, Адонияһ яғында йөрөгәйне. Шуға күрә Раббының сатырына ҡасты һәм ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә барып йәбеште.


Нәсихәттәреңдең асылына төшөндөр, Мөғжизәләрең хаҡында уйланайым.


Әммә берәйһе икенсе берәүҙе белә-күрә мәкер менән үлтерһә, ул кеше хатта Минең ҡорбан усағым эргәһенән дә алып китеп үлтерелергә тейеш.


Ҡорбан усағының дүрт мөйөшөнә лә уның менән бер бөтөн итеп дүрт мөгөҙ эшлә. Ҡорбан усағының өҫтөн баҡыр менән көплә.


Йылына бер тапҡыр Һарун ҡорбан усағының мөгөҙҙәрен гонаһ ҡорбанының ҡаны менән пакландырһын. Быуындан-быуынға йылына бер тапҡыр ҡорбан усағын пакландырыу йолаһын башҡарырға кәрәк. Был ҡорбан усағы – Раббы өсөн изгеләрҙән-изге.


Ҡорбан усағының дүрт мөйөшөнә лә уның менән бер бөтөн итеп дүрт мөгөҙ эшләне. Ҡорбан усағының өҫтөн баҡыр менән көпләне.


Усаҡтың ҡорбан яғылған өҫкө бүлеменең бейеклеге – дүрт терһәк, дүрт мөйөшөнән дүрт мөгөҙ ҡалҡып тора.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ