5 Дауыттың Хаггиҫтан тыуған улы Адонияһ, эреләнеп: – Мин батша булам! – тип йөрөй башланы. Үҙенә яу арбалары, һыбайлылар булдырҙы, алдынан һәр саҡ илле кеше йүгереп барыр ине.
Шунан һуң Авшалом үҙенә арбалары менән аттар һәм алдан йүгереп барырға иллеләп нөгәр хәстәрләне.
дүртенсеһе Адонияһ – Хаггиҫтан, бишенсеһе Шефатъяһ – Авиталдан,
Наҫан Сөләймәндең әсәһе Баҫ-Шевағтан: – Хаггиҫ улы Адонияһтың үҙен батша итеп иғлан иткәнен ишеттеңме? – тип һораны. – Ә хакимыбыҙ Дауыт был хаҡта белмәй.
Ҡыҙ ифрат сибәр ине. Ул һәр ваҡыт батша янында булды, уға хеҙмәт итте. Әммә батша уның менән яҡынлыҡ ҡылманы.
Хаггиҫ улы Адонияһ Сөләймәндең әсәһе Баҫ-Шевағҡа килде. – Яҡшылыҡ менән йөрөүеңме? – тип һораны Баҫ-Шевағ. – Яҡшылыҡ менән, – тип яуапланы Адонияһ.
– Үҙең белеп тораһың, батшалыҡ минеке булырға тейеш ине, – тине Адонияһ. – Бөтә Исраил миңә буласаҡ батша тип ҡарай ине. Әммә батшалыҡ ҡустым ҡулына күсте, Раббы ихтыяры шулай булды.
Хәҙер иһә миңә ныҡлыҡ биргән, атайым Дауыттың тәхетенә ултыртҡан, вәғәҙәһен ғәмәлгә ашырып, батшалыҡты минең ғаиләмә биргән тере Раббы шаһит: Адонияһ бөгөн үк үлтереләсәк!
Раббы миңә бик күп улдар бирҙе, бөтә улдарым араһынан Раббы батшалығы тәхетенә ултыртыр өсөн Исраилға батша итеп Сөләймәнде һайланы.
Шунан Дауыт батша йыйылған бар халыҡҡа былай ти: – Раббы Үҙе һайлап алған улым Сөләймән әлегә йәш, тәжрибәһеҙ, ә эшләнәһе эш иҫ киткес бөйөк, сөнки был йорт – кеше өсөн түгел, ә Алла Раббы өсөн.
өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан, дүртенсеһе Адонияһ – Хаггиҫтан;
Әле һин һаман да Минең халҡымдан өҫтөн ҡыланаһың, уны ебәрмәй ҡарышаһың.
Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.
Һәләкәттән алда күңел тәкәбберлеге килә, тыйнаҡлыҡ иһә үҙе артынан дан-шөһрәт эйәртә.
Илдәре алтын да көмөш менән тулы, Хазиналарының юҡ иҫәбе-һаны, Ерҙәрендә аттар тулы, Һуғыш арбалары хисапһыҙ.
Үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.
Һеҙгә әйтәм, фарисей түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән. Сөнки үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.
– Бөтә Шәхәм кешеләренә шуны еткерегеҙ: һеҙгә Йеруббәғелдең бөтә етмеш улы хужа булыуы хәйерлерәкме, әллә берәүһеме? Онотмағыҙ, мин һеҙҙең менән бер тән, бер йәнмен.