49 Быны ишеткәс, Адонияһтың ҡунаҡтары хәүефкә батып урындарынан торҙо һәм һәр кем үҙ юлына ашыҡты.
«Бөгөн минең вариҫымды тәхетемә ултыртҡан һәм шуны үҙ күҙҙәрем менән күрергә насип иткән Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын!» – тине.
Сөләймәндән ҡото осҡан Адонияһ иһә Изге сатырҙағы ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә барып йәбеште.
Раббынан ҡурҡ, улым, батшанан ҡурҡ, фетнәселәр менән аралашма;
сөнки уларҙан бәлә көтмәгәндә килер, һәр икеһенең бирәсәк язаһын кем белә?
Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.