41 Адонияһ менән ҡунаҡтары табындан ҡуҙғалып ҡына тора ине, халыҡтың геүләшкәне ишетелде. – Ҡалала ниндәй шау-шыу ул? – тип һораны Йоав борғо тауышына ҡолаҡ һалып.
Һыбыҙғылар уйнап, йырлап-бейеп Сөләймәндең артынан эйәрҙеләр. Улар шул тиклем ҡыуанды, хатта тауыштарынан ер тетрәгән кеүек булды.
Ул һүҙен тамамларға ла өлгөрмәне, Әвйәҫәр ҡаһиндың улы Йонаҫан килеп етте. – Кил әле, һинең кеүек ир аҫылы яҡшы хәбәр килтерер ул, – тине Адонияһ.
Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.
Йушағ, кешеләрҙең ҡысҡырышҡанын ишетеп, Мусаға: – Тупламда һуғыш шауы ишетелә, – тине.
Көлгәндә лә ҡай сағында йөрәк һыҙлай, шатлыҡтың һуңында ҡайғы бар.
Ләкин Ул ҡылған ғәжәйеп эштәрҙе күреүҙән һәм Алла йортондағы балаларҙың: «Дауыт Улына һосанна!» – тип ҡысҡырыуынан баш ҡаһиндарҙың һәм ҡанун белгестәренең асыуы ҡабарҙы.
Уны үлтерергә йыйынған мәлдә, ғәскәриҙәр башлығына бөтә Йәрүсәлимдә башланған буталыш тураһында хәбәр иттеләр.