4 Ҡыҙ ифрат сибәр ине. Ул һәр ваҡыт батша янында булды, уға хеҙмәт итте. Әммә батша уның менән яҡынлыҡ ҡылманы.
Мысырға етеп килгәндә, ҡатыны Сараяға былай тине: – Мин беләм, һин бик матур ҡатынһың.
Исраилдың бөтә биләмәләренән сибәр бер ҡыҙ эҙләнеләр һәм, Шунем ҡалаһынан Авишаг һылыуҙы һайлап, батшаға алып килделәр.
Дауыттың Хаггиҫтан тыуған улы Адонияһ, эреләнеп: – Мин батша булам! – тип йөрөй башланы. Үҙенә яу арбалары, һыбайлылар булдырҙы, алдынан һәр саҡ илле кеше йүгереп барыр ине.
– Сөләймән батша һиңә ҡаршы килмәҫ, – тине Адонияһ. – Унан һора әле, Шунем ҡыҙы Авишагты миңә кәләш итеп бирһен.
– Шунем ҡыҙы Авишагты ағайың Адонияһҡа ҡатын итеп бирһәң ине, – тине Баҫ-Шевағ.
Әммә, Мәрйәм Улын тыуҙырғансы, Йософ уның менән яҡынлыҡ ҡылмай. Балаға ул Ғайса тип исем ҡуша.