35 Шунан уның менән ҡалаға күтәрелегеҙ, ул килеп тәхетемә ултырыр һәм минең урыныма батша булыр. Мин уны Исраил менән Йәһүҙәгә хаким итеп ҡуйҙым.
Бар, Дауыт батша янына ин дә әйт: «Хакимым батша, „Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр“, тип мин ҡолоңа ант итмәнеңме ни? Шулай икән, ни өсөн һуң Адонияһ батша булды?» – тип һора.
– Хакимым, минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр, тип мин ҡолоңа Аллаң Раббы исеме менән ант иткәйнең, – тине Баҫ-Шевағ.
Шунда Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр уны Исраилға батша итеп мәсехләһен. Унан борғо ҡысҡыртып: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип тәбрикләгеҙ.
– Амин! – тип яуапланы Йеһоядағ улы Бенаяһ. – Хакимым батшаның Аллаһы Раббының ихтыяры шулай булһын!
Сөләймән атаһы Дауыттың тәхетенә ултырҙы һәм уның батшалығы бик ҡеүәтле булды.
– Үҙең белеп тораһың, батшалыҡ минеке булырға тейеш ине, – тине Адонияһ. – Бөтә Исраил миңә буласаҡ батша тип ҡарай ине. Әммә батшалыҡ ҡустым ҡулына күсте, Раббы ихтыяры шулай булды.
Йәшәрен йәшәп, олоғайып киткән Дауыт Исраил батшаһы итеп улы Сөләймәнде ҡуя.
Сөләймән Дауыт урынына Раббы тәхетенә ултырып, атаһы Дауыт урынына батша була. Ул ҙур уңыштарға ирешә, бар Исраил уға буйһона.
Әйтер: «Мин Сионға, изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым».