30 «Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр», – тип Исраил Аллаһы Раббы исеме менән әйткән антымды бөгөн бойомға ашырам.
Бар, Дауыт батша янына ин дә әйт: «Хакимым батша, „Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр“, тип мин ҡолоңа ант итмәнеңме ни? Шулай икән, ни өсөн һуң Адонияһ батша булды?» – тип һора.
– Хакимым, минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр, тип мин ҡолоңа Аллаң Раббы исеме менән ант иткәйнең, – тине Баҫ-Шевағ.
Сөләймән атаһы Дауыттың тәхетенә ултырҙы һәм уның батшалығы бик ҡеүәтле булды.
Раббы миңә бик күп улдар бирҙе, бөтә улдарым араһынан Раббы батшалығы тәхетенә ултыртыр өсөн Исраилға батша итеп Сөләймәнде һайланы.
Сөләймән Дауыт урынына Раббы тәхетенә ултырып, атаһы Дауыт урынына батша була. Ул ҙур уңыштарға ирешә, бар Исраил уға буйһона.
Ул тормоштан, байлыҡ һәм дандан туйғансы кинәнеп йәшәй, ҡәнәғәт ҡартлыҡта мәрхүм була. Урынына улы Сөләймән тәхеткә ултыра.
Батшаның һүҙендә көс бар. Кем уға: «Нимә эшләйһең?» – тип әйтә ала?