18 – Әле иһә Адонияһ батша булған, ә һин, хакимым, бер нәмә лә белмәйһең.
Бөтә Исраил ырыуҙарына кешеләр ебәреп, уларға: «Борғо тауышын ишетеү менән: „Авшалом Хевронда батша булып ултырҙы!“ – тип иғлан итегеҙ», – тип бойорҙо.
Наҫан Сөләймәндең әсәһе Баҫ-Шевағтан: – Хаггиҫ улы Адонияһтың үҙен батша итеп иғлан иткәнен ишеттеңме? – тип һораны. – Ә хакимыбыҙ Дауыт был хаҡта белмәй.
– Хакимым, минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр, тип мин ҡолоңа Аллаң Раббы исеме менән ант иткәйнең, – тине Баҫ-Шевағ.
Ул бөгөн үгеҙ, һимертелгән башмаҡтар, бик күп ваҡ мал салып, батшаның барлыҡ улдарын, Әвйәҫәр ҡаһинды, ғәскәр башлығы Йоавты саҡырған, ә ҡолоң Сөләймәнгә әйтмәне.
– Хакимым батша, минән һуң Адонияһ батша булыр, тәхетемә ул ултырыр, тип үҙең әйттеңме? – тип һораны Наҫан. –
Хакимым батша, былар барыһы ла һинең ихтыярың буйынса эшләндеме? Беҙ ҡолдарыңа хакимым батшанан һуң тәхетеңә кем ултырасағын әйтеп торманыңмы?
Дауыттың Хаггиҫтан тыуған улы Адонияһ, эреләнеп: – Мин батша булам! – тип йөрөй башланы. Үҙенә яу арбалары, һыбайлылар булдырҙы, алдынан һәр саҡ илле кеше йүгереп барыр ине.
– Хәҙер, туғандар, аңлайым: һеҙ, быны башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петрус. –