16 Баҫ-Шевағ батша алдында теҙләнеп ергә ҡапланды. – Нимә теләйһең? – тип һораны батша.
Баҫ-Шевағ батша янына уның йоҡо бүлмәһенә инде. Батша ныҡ ҡартайғайны һәм уға Шунем ҡалаһынан Авишаг хеҙмәт итә ине.
– Хакимым, минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр, тип мин ҡолоңа Аллаң Раббы исеме менән ант иткәйнең, – тине Баҫ-Шевағ.
Дауытҡа: – Наҫан пәйғәмбәр килде, – тип хәбәр иттеләр. Пәйғәмбәр, батша янына инеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды.
– Һиңә бәләкәс кенә үтенесем бар ине, зинһар, һүҙемде йыҡма, – тип һүҙ башланы. – Һөйлә, әсәй, һүҙеңде йыҡмам, – тип яуапланы батша.
Әүәлге көндәгесә, шарап эсеп алғас, батша Эстерға: – Ниндәй үтенесең бар, Эстер батшабикә? Барыһы ла булыр. Нимә теләйһең? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тине.
– Һин нимә теләйһең? – тине Ғайса. – Батшалығыңда минең ошо ике улымдың береһе – Һинең уң яғыңа, икенсеһе һул яғыңа ултырасаҡ, тип вәғәҙә бирһәң ине, – тине ҡатын.
Ғайса туҡтап, уларҙы саҡырып алды ла: – Һеҙҙең өсөн нимә эшләүемде теләйһегеҙ? – тип һораны.
Малай киткәс, Дауыт көньяҡ тарафтан килеп сыҡты ла, ергә тиклем бөгөлөп, өс тапҡыр баш эйҙе. Үбешеп күрештеләр, икәүләшеп илаштылар. Дауыт бигерәк тә ныҡ иланы.
Дауыт был һүҙҙәре менән үҙенең кешеләрен тыйып ҡалды, Шаулға һөжүм итергә бирмәне. Шаул мәмерйәнән сыҡты ла үҙ юлына китте.
Авигаил, Дауытты күргәс, ашығып ишәгенән төштө лә, уның алдында эйелеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды.