11 Наҫан Сөләймәндең әсәһе Баҫ-Шевағтан: – Хаггиҫ улы Адонияһтың үҙен батша итеп иғлан иткәнен ишеттеңме? – тип һораны. – Ә хакимыбыҙ Дауыт был хаҡта белмәй.
Бөтә Исраил ырыуҙарына кешеләр ебәреп, уларға: «Борғо тауышын ишетеү менән: „Авшалом Хевронда батша булып ултырҙы!“ – тип иғлан итегеҙ», – тип бойорҙо.
дүртенсеһе Адонияһ – Хаггиҫтан, бишенсеһе Шефатъяһ – Авиталдан,
Әммә Наҫан пәйғәмбәргә, Бенаяһҡа, батшаның йәнһаҡсылары һәм ҡустыһы Сөләймәнгә өндәшмәне.
Хаггиҫ улы Адонияһ Сөләймәндең әсәһе Баҫ-Шевағҡа килде. – Яҡшылыҡ менән йөрөүеңме? – тип һораны Баҫ-Шевағ. – Яҡшылыҡ менән, – тип яуапланы Адонияһ.
Шунан Дауыт батша йыйылған бар халыҡҡа былай ти: – Раббы Үҙе һайлап алған улым Сөләймән әлегә йәш, тәжрибәһеҙ, ә эшләнәһе эш иҫ киткес бөйөк, сөнки был йорт – кеше өсөн түгел, ә Алла Раббы өсөн.