1 Дауыт батша бик ныҡ ҡартайғайны инде. Өҫтөнә ҡатлап-ҡатлап юрған япһалар ҙа, ул йылына алманы.
Ибраһим менән Сара ҡартайғайнылар инде, Сараның айлығы ла туҡтағайны.
Ибраһим ҡартайғайны, йәше өлкәнәйгәйне инде. Раббы уға һәр йәһәттән фатихалы булды.
Дауыт шул урында Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Шунан һуң Раббы шәфҡәтен һалды һәм исраилдарҙың үләттән ҡырылыуы туҡталды.
Батша тәхетенә ултырғанда Дауытҡа утыҙ йәш ине. Ул ҡырҡ йыл батшалыҡ итте.
Баҫ-Шевағ батша янына уның йоҡо бүлмәһенә инде. Батша ныҡ ҡартайғайны һәм уға Шунем ҡалаһынан Авишаг хеҙмәт итә ине.
Шунан уға ярандары: – Хакимыбыҙ батша! – тине. – Яныңда булып һине ҡараһын, ҡуйыныңа ятып һине йылытһын өсөн, хакимыбыҙ батшаға бер йәш ҡыҙ табайыҡ.
Йәшәрен йәшәп, олоғайып киткән Дауыт Исраил батшаһы итеп улы Сөләймәнде ҡуя.
Башыңа һәләкәт килмәҫ, Сатырыңа бәлә-ҡаза яҡынламаҫ.
Икәү бергә ятһа, бер-береһен йылыта, ә яңғыҙ ятҡанды кем йылытһын?
Әлисабеттың түлһеҙлеге арҡаһында уларҙың балалары булманы. Улар икеһе лә оло йәштә ине инде.
Йушағ ныҡ олоғайҙы. Раббы уға: – Һин бик ҡартайҙың, ә баҫып алаһы ерҙәр күп әле, – тине. –