Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 6:28 - Изге Яҙма

28 Уларҙың бөтәһе лә тиҫкәре һәм башбаштаҡ, Ғәйбәт йөрөтөргә яраталар; Баҡыр йә тимер һымаҡ ҡатылар, Барыһы ла боҙоҡлоҡ ҡылалар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

28 Уларҙың бөтәһе лә тиҫкәре һәм башбаштаҡ, Ғәйбәт йөрөтөргә яраталар; Баҡыр йә тимер һымаҡ ҡатылар, Барыһы ла боҙоҡлоҡ ҡылалар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Уларҙың бөтәһе лә тиҫкәре һәм башбаштаҡ, Ғәйбәт йөрөтөргә яраталар; Баҡыр йә тимер һымаҡ ҡатылар, Барыһы ла боҙоҡлоҡ ҡылалар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 6:28
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, сатырыңда ҡунаҡ булырға кем һуң лайыҡ? Мөҡәддәс тауыңда йәшәргә кемдең хаҡы бар?


Мәрхәмәтле бул, Сионға яҡшылыҡ ҡыл; Йәрүсәлим диуарҙарын торғоҙ.


Нәфрәтен йәшергән – ялған һөйләр, ғәйбәт таратыу – ахмаҡлыҡҡа бәрәбәр.


Эй Исраил халҡы, Үҙегеҙ ныҡышып ҡарышҡан Раббыға кире ҡайтығыҙ!


Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.


Күптәрҙең янауын ишетә йөрөйөм, Тирә-яҡта – дәһшәт! «Ошаҡлайыҡ уны! – тиҙәр. – Фаш итәйек!» Минең менән татыу булғандар ҙа Абынғанымды көтәләр: «Бәлки, ул тоҙаҡҡа төшөр, Шунда уны еңербеҙ, Үсебеҙҙе ҡандырырбыҙ», – тиҙәр.


Әммә был халыҡтың йөрәге тиҫкәре, фетнәсел; Улар боролоп үҙ юлдары менән китте.


Уларҙы „эшкә ашмаған көмөш“ тип атарҙар, Сөнки Раббы уларҙан баш тартты».


Шуның өсөн һин уларға әйт: «Үҙенең Аллаһы Раббыны тыңламаған, Уның өгөт-нәсихәтен тотмаған халыҡ – һеҙ ул! Хәҡиҡәт юҡ булды, ауыҙығыҙҙан хаҡ һүҙ сыҡмаҫ булды».


«Телдәрен йәйәләй киреп алдашалар; Көстәрен дөрөҫлөк юлында ҡулланмайҙар, Яуызлыҡ өҫтөнә яуызлыҡ ҡылалар, Улар Мине танымайҙар, – тип белдерә Раббы. –


Һәр берегеҙ дуҫынан һаҡланһын, Ағай-энегеҙгә ышанмағыҙ, Сөнки туған туғанына аяҡ сала, Күрше күршеһенә яла яға.


Тыңлайҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел – Минең әйткәндәремде еткер.


Әхлаҡһыҙлығың һине нәжесләне, Ни тиклем таҙартмайым, һаман нәжесһең. Асыуым түгелеп баҫылмайынса, Һис таҙарына алмаясаҡһың.


Таштарын ҡуптарып, өйҙө ҡырып таҙартып, яңынан һылағандан һуң да үңәҙ ҡабат күренһә,


Халҡың араһында ғәйбәт йөрөтмә. Яҡыныңдың ғүмеренә зыян килтермә. Мин – Раббы.


Халыҡтар ярһыны. Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде, үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте. Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә, изге кешеләреңә һәм исемеңдән ҡурҡҡан кесеһенән алып өлкәндәренә тиклем әжер биреү, ерҙе һәләк иткәндәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты етте.


Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ