Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 6:26 - Изге Яҙма

26 Бисара халҡым, ҡыл туҡыма уран, Көлгә ятып ауна. Яңғыҙ улың өсөн йәш түккәндәй, Әсенеп, әрнеп ила, Сөнки дошман беҙгә көтмәгәндә һөжүм итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Бисара халҡым, ҡыл туҡыма уран, Көлгә ятып ауна. Яңғыҙ улың өсөн йәш түккәндәй, Әсенеп, әрнеп ила, Сөнки дошман беҙгә көтмәгәндә һөжүм итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Бисара халҡым, ҡыл туҡыма уран, Көлгә ятып ауна. Яңғыҙ улың өсөн йәш түккәндәй, Әсенеп, әрнеп ила, Сөнки дошман беҙгә көтмәгәндә һөжүм итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 6:26
42 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

атылған уҡ арауығы ситкә китеп ултырҙы. «Баламдың үлемен күрмәһәмсе», – тип ҡысҡырып илай башланы.


Ҡолағында дәһшәтле тауыш яңғырап торор, Тыныслыҡ булған сағында йән ҡыйыусы һөжүм итер.


Әйүп, шеш-ҡутырҙарын тырнар өсөн ҡулына бер көршәк ватығы тотоп, көл өҫтөндә ултырҙы.


Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


Шуға күрә былай тинем: «Яңғыҙымды ғына ҡалдырығыҙ, Әрнеп-әсенеп илайым. Ғәзиз халҡым һәләк булған саҡта, Мине йыуатырға маташмағыҙ».


Ирҙәрең, Сион, ҡылыстан үткәрелер, Батыр яугирҙәрең яуҙа һәләк булыр.


Шулай булғас, был гонаһ һеҙҙең өсөн Бейек диуарҙағы ярыҡ һымаҡ булыр. Диуар бер мәл күҙ асып йомған арала ишелеп төшөр.


Эй ғәмһеҙҙәр, тетрәнегеҙ! Вайымһыҙҙар, дер ҡалтырап тороғоҙ! Кейемдәрегеҙҙе сисеп ташлап, Тупаҫ туҡымаға уранығыҙ.


Сүлдәге яланғас ҡалҡыулыҡтар буйлап Баҫҡынсылар килә. Раббының ҡылысы илде Бер остан икенсеһенә тиклем ҡырып һалыр, Тынғылыҡ ҡалмаҫ бөтә йән эйәһенә.


Әгәр әйткәнемә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә Тәкәбберлегегеҙ өсөн илармын, Күҙемдән әсе йәш йылға булып ағыр, Сөнки Раббының көтөүе Әсирлеккә алып кителә.


Һин уларға шулай тип әйт: «Күҙҙәремдән йәшем аҡһын, Көнө-төнө туҡтамаһын, Сөнки ғиффәтле ҡыҙ – ғәзиз халҡым Тәрән бер йәрәхәт алды, Ауыр тетрәнеүгә дусар булды.


Тол ҡатындарын диңгеҙ ҡомонан да күберәк итермен. Егеттәрҙең әсәләренә ҡаршы Көпә-көндөҙ талаусылар ебәрермен. Көтмәгәндә баштарына дәһшәт менән шом һалырмын.


Көтмәгәндә өҫтәренә баҫҡынсылар ебәргәнеңдә Өйҙәрендә иңрәү яңғыраһын! Сөнки улар мине тотмаҡ булып соҡор ҡаҙҙы, Аяғымды тоҙаҡҡа эләктермәксе булды.


«Ҡот осоп ҡысҡырған тауыштарҙы ишетәбеҙ, – ти Раббы. – Дәһшәт тауышы, именлек түгел.


Ул ваҡытта был халыҡҡа һәм Йәрүсәлимгә Раббы былай тип әйтер: – Сүлдәге яланғас ҡалҡыулыҡтарҙан бисара халҡым яғына көйҙөргөс ел иҫә, әммә ашлыҡты елгәреп сүптән таҙартыу өсөн түгел.


Һәләкәт артынан һәләкәт ябырыла; Таланды ил, ҡалды харабаға. Көтмәгәндә сатырҙарым емерелде, Уның шаршауҙары юҡҡа сыҡты.


Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне.


„Именлек, именлек“, – тиҙәр, Халҡымдың йәрәхәтен өҫтән-мөҫтән имләйҙәр. Ә бит именлек юҡ.


Ана, алыҫ илдән бисара халҡымдың иңрәүен ишетәм: «Раббы Сионда юҡмы ни? Уның Батшаһы унда түгелме?» «Нишләп улар боттары, Бер нәмәгә яраҡһыҙ ят һындары менән Минең асыуымды килтерҙеләр?» – тип яуап ҡайтара Раббы.


Бисара халҡым яраһы арҡаһында мин дә яраландым, Ҡайғыға баттым, дәһшәткә төштөм.


Әгәр ҙә башым – инеш, Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа, Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн Көнө-төнө илар инем!


Мин тауҙар өсөн илап йәш түгәм, Далалағы көтөүлектәр тип һыҡтайым! Улар барыһы ла көйөп бөткән, Ул ерҙән һис кем йөрөмәй. Һыйырҙарҙың мөңрәгәне ишетелмәй; Һауалағы ҡош, януарҙар – барыһы ла ҡасып бөткән.


Шуларҙы уйлап илайым, Күҙҙәремдән, күҙҙәремдән минең Туҡтауһыҙ ҡан-йәшем аға; Рухымды тергеҙер йыуатыусым алыҫ. Балаларым ташландыҡ ҡалды, Сөнки дошман өҫтөнлөккә сыҡты».


Төн оҙоно әрнеп-әрнеп илай, Күҙ йәштәре йыуа яңаҡтарын. Уйнаштары араһында йыуатыусы һис берәү юҡ, Дуҫтары уға хыянат итте, дошман булды.


Илай-илай күҙҙәремдең нуры бөттө, Ғазаптан туҡтауһыҙ эсем яна, Ғәзиз халҡым ҡырылғанға йөрәгем ҡанһырай. Ана, ҡаланың майҙандарында Балалар менән имсәк сабыйҙар Аслыҡтан һушһыҙ ята!


Таш кимертеп, тештәремде һындырҙы, Ул мине көлгә һалып тапаны.


Ҡырылған ғәзиз халҡым өсөн ҡайғырып, Күҙҙәремдән йылға булып йәшем аға.


Наҙлы әсәләр үҙ ҡулы менән үҙ балаларын бешерҙе – Һәләкәткә дусар халҡыма улар ашамлыҡ булды.


Хатта сүл бүреләре лә, имсәк ҡаптырып, Балаларына күкрәк һөтөн имеҙә. Ә халҡым, сүлдәге дөйәғош һымаҡ, Балаларын йәлләмәй ташлап ҡалдыра.


Ғәзиз халҡым, ҡылған гонаһтары өсөн, Кеше ҡулы теймәйенсә Күҙ асып йомғансы юҡҡа сығарылған Содом ҡалаһынан да ҡатыраҡ язаланды.


Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ, һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».


Был хәбәр Ниневе батшаһына барып еткәс, ул тәхетенән тороп батша кейемен систе лә, ҡыл туҡымаға уранып, көлгә ултырҙы.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып киләләр ине. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып бара ине.


Көйөнөгөҙ, иңрәшегеҙ, илашығыҙ! Көлөүегеҙ – илауға, ә шатлығығыҙ ҡайғыға әйләнһен.


Байҙар, ә хәҙер һеҙ тыңлағыҙ! Өҫтөгөҙгә бәлә-ҡаза ябырылып килә, шуның өсөн үкһеп илағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ