Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 6:20 - Изге Яҙма

20 Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 6:20
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡорбан килтереү йолаһын атҡарыу өсөн Авшалом, кеше ебәреп, Дауыттың кәңәшсеһен, Гило ҡалаһы кешеһе Ахиҫофелды, алдыртты. Шулай итеп, Авшалом ойошторған фетнә киңәйә-көсәйә барып, уның эргәһенә яңынан-яңы кешеләр ағылды.


Шева батшабикәһе Сөләймәнгә йөҙ егерме талант алтын, күп итеп хуш еҫле май, аҫылташтар алып килгәйне. Ул батшаға бүләк иткән тиклем еҫле майҙың Исраилға быға тиклем бер ваҡытта ла килтерелгәне юҡ ине.


Дошмандарым яманлыҡ теләйҙәр: «Ҡасан дөмөгөр, исеме ҡасан юҡҡа сығыр?» – тиҙәр.


Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр, Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр.


– Иң хуш еҫле матдәләр: биш йөҙ шекел шыйыҡ мирра, унан ике тапҡыр кәмерәк – ике йөҙ илле шекел еҫле дәрсен, ике йөҙ илле шекел хуш еҫле ҡамыш,


Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.


Яуыздар килтергән ҡорбан – ерәнгес, боҙоҡ ниәт менән килтерелһә, айырыуса.


«Нимәгә Миңә мул ҡорбандарығыҙ? – ти Раббы. – Яндырылған һарыҡ тәкәләренән, Һимертелгән малдарығыҙҙың майынан Ғарыҡ булдым. Башмаҡ, һарыҡ, кәзәләрҙең ҡаны – Улар түгел Минең теләгәнем.


Дөйә көтөүҙәре, Мидйән менән Ғефаның йәш дөйәләре Ерҙәреңә килеп тулыр. Бөтә Шева халҡы килер, Алтын һәм ладан килтерер, Раббыға маҡтау яуҙырыр.


Әммә кешеләр был юлды үҙҙәре һайлап ала, Улар ерәнгес эштәренән ләззәт таба. Шуға күрә үгеҙ ҡорбан итеүсе – кеше үлтереүсегә, Һарыҡ салыусы – эттең муйынын бороп һындырыусыға, Икмәк саҙаҡаһы килтереүсе – ҡорбан итеп сусҡа ҡанын һоноусыға, Иҫтәлекле хуш еҫ ҡорбаны төтәтеүсе ботҡа сәждә ҡылыусы бәндәгә тиң.


Раббы был халыҡ тураһында былай ти: – Улар тегендә-бында ҡыҙырырға шул тиклем әүәҫтәр, аяҡтарын тыя белмәйҙәр. Шул арҡала Мин Раббы уларҙы хуш күрмәйем. Инде ғәйептәрен иҫкә төшөрәм, гонаһтары өсөн язалаясаҡмын.


Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа, ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.


Эй Исраил халҡы, Раббы Хаким былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламайһығыҙ икән, китеп, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең боттарығыҙға табынығыҙ. Әммә бүләктәрегеҙ һәм боттарығыҙ менән Минең изге исемемде башҡаса бысратаһы булмағыҙ.


Шева һәм Рағма сауҙагәрҙәре Хуш еҫле матдәләрҙең иң яҡшылары, Аҫыл таштар менән һатыу итте, Тауарҙарың өсөн алтын бирҙе.


Бүләк итеп Миңә ҡорбан килтерәләр, Ҡорбан итен ашайҙар. Раббы уларҙы хуш күрмәй. Инде уларҙың яман ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөр, Гонаһтарына күрә язалар, Улар йәнә Мысырға әйләнеп ҡайтыр.


Раббыға түкмә ҡорбан ҡоймаҫтар, Ҡорбандарын Ул хуш күрмәҫ: Ҡорбандары хәсрәт икмәге һымаҡ булыр, Уны ашаған һәр кем нәжесләнер. Тәғәмдәре – тик үҙҙәре өсөн генә, Тик Раббы йортона индерелмәҫ.


Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ