Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 6:11 - Изге Яҙма

11 Мин Раббының асыуына тулышҡанмын, Уны башҡаса тотоп тыя алмайым. Раббы былай ти: «Асыуымды урамдағы балаларға түк, Йыйылышҡан егеттәрҙең өҫтөнә ауҙар! Ир менән ҡатын да, өлкән кеше лә, Көндәре һанаулыһы ла ҡотола алмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Мин Раббының асыуына тулышҡанмын, Уны башҡаса тотоп тыя алмайым». Раббы былай ти: «Асыуымды урамдағы балаларға түк, Йыйылышҡан егеттәрҙең өҫтөнә ауҙар! Ир менән ҡатын да, өлкән кеше лә, Көндәре һанаулыһы ла ҡотола алмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Мин Раббының асыуына тулышҡанмын, Уны башҡаса тотоп тыя алмайым. Раббы былай ти: «Асыуымды урамдағы балаларға түк, Йыйылышҡан егеттәрҙең өҫтөнә ауҙар! Ир менән ҡатын да, өлкән кеше лә, Көндәре һанаулыһы ла ҡотола алмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 6:11
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хатта йәштәр ҙә арый, талсыға; Егеттәр ҙә абынып йығыла.


Кәйеф-сафа ҡорғандарҙың араһында ултырманым, Улар менән күңел асманым; Ҡулыңдың аҫтында яңғыҙ ултырҙым, Сөнки мине асыу-ярһыуың менән тултырҙың.


Һин Мине ташланың, – тип белдерә Раббы. – Миңә һыртың менән боролдоң. Шуға ла Мин һиңә ҡул күтәрәм, һәләк итәм; Мин һине йәлләп арыным.


Улай икән, балаларын аслыҡҡа дусар ит, Ҡылыс йөҙөнә ташла. Ҡатындары баланан яҙһын, тол ҡалһын. Ир-аттары үләттән ҡырылһын, Егеттәр яуҙа ҡылыстан һәләк булһын.


Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым, Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм, Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна, Елегемә үтеп өтөп ала, Уны эстә тоторға маташып хәлдән тайҙым, Инде әмәлем ҡалманы.


Мин уларҙы бының өсөн язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. – Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы?


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: ҡара, Мин асыу-ярһыуымды ошо урынға, кешеләргә һәм хайуандарға, ҡырҙағы ағастарға һәм ер биргән емештәргә түгәм. Асыуым һүнмәҫ ялҡын һымаҡ яныр.


Эй ҡатындар, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Уның ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙгә ҡолаҡ һалығыҙ. Ҡыҙҙарығыҙҙы – һыҡтарға, Бер-берегеҙҙе ҡайғы йырына өйрәтегеҙ.


«Ана, тәҙрәләребеҙҙән үлем үрмәләй, Һарайҙарыбыҙға бәреп керә, Урамдарҙа – балаларыбыҙҙы, Майҙандарҙа йәштәребеҙҙе юҡ итте».


Диуарҙарым эсендәге ҡаһармандарымды – Һәммәһен дә бөйөк Хаким ситкә типте. Йәш егеттәремде ҡырыр өсөн, Миңә ҡаршы ғәскәр йыйҙы. Бөйөк Хаким ғиффәтле ҡыҙ Йәһүҙәне Йөҙөм иҙгән һымаҡ тапаланы.


Балалар менән ҡарттарҙың мәйеттәре Урамдарҙа саңға батып ята; Егет-ҡыҙҙарым ҡылыстан үткәрелгән. Асыуланған көнөңдә уларҙы Һин үлтерҙең, Ҡыҙғанмай салып ташланың.


Исраил халҡына әйтергә ҡушып, Раббы Хаким былай ти: «Ғорурлығығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө, күҙҙәрегеҙҙең ҡыуанысы, күңелегеҙҙең йыуанысы булған Изге торлағымды нәжесләйәсәкмен. Һеҙ ҡалала ҡалдырған улдарығыҙ менән ҡыҙҙарығыҙ ҡылыстан үткәреләсәк.


Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем.


Шунан миңә: – Эй әҙәм улы, Мин һиңә биргән төргәк китапты аша, уның менән ҡорһағыңды тултыр, – тине. Мин ашаным. Ауыҙымда бал һымаҡ татлы булды.


Ҡарттарҙы ла, егеттәр менән ҡыҙҙарҙы ла, балаларҙы ла, ҡатындарҙы ла үлтерегеҙ, бары тик тамғаһы булғандарға ғына ҡағылмағыҙ. Минең Изге торлағымдан башлағыҙ. Шулай итеп, улар ҡырғынды ҡорам алдында торған аҡһаҡалдарҙан башланы.


Мин иһә Яҡупҡа енәйәттәрен, Исраилға гонаһтарын әйтер өсөн, Көс менән, Раббының Рухы менән, Хаҡлыҡ һәм батырлыҡ менән тулымын.


Һеҙгә әйтәм: ул төндә бер түшәктә ятҡан ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.


Силас менән Тимоҫеусты көтөп Афинала йөрөгәндә, Паулус бында һындарҙың күп булыуына әсенде.


Силас менән Тимоҫеус Македониянан килгәс, Паулус үҙенең бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы.


Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.


Шунан һуң Алла йортонан ете фәрештәгә: – Барығыҙ һәм Алланың ете нәфрәт туҫтағын ергә түгегеҙ, – тип өндәшкән көслө тауыш ишеттем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ