Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 52:27 - Изге Яҙма

27 Бабил батшаһы уларҙы Хамаҫ ерендәге Ривлала язалап үлтерҙе. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы үҙ төйәгенән һөргөнгә ҡыуылды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

27 Бабил батшаһы уларҙы Хамаҫ ерендәге Ривлала язалап үлтерҙе. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы үҙ төйәгенән һөргөнгә ҡыуылды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Бабил батшаһы уларҙы Хамаҫ ерендәге Ривлала язалап үлтерҙе. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы үҙ төйәгенән һөргөнгә ҡыуылды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 52:27
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хамаҫ батшаһы Тоғи, Дауыттың Һададғәзәр ғәскәрен тар-мар иткәнен ишеткәс,


Бынан һуң Раббы тотош Исраил тоҡомонан баш тартты, уларҙы дошмандары ҡулына биреп язаланы, һәм, ниһайәт, хозурынан бөтөнләй ҡыуҙы.


Шуға күрә Раббы, быға тиклем ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша киҫәткәненсә, уларҙан бөтөнләй ситкә боролдо. Исраилдар үҙ илдәренән Ашшурға ҡыуылды һәм бөгөн дә шунда йәшәйҙәр.


Ул: – Быға тиклем Исраилды хозурымдан нисек алып ташлаған булһам, Йәһүҙәне лә шулай алып ташлаясаҡмын, – тине. – Үҙемә тип һайлап алған ҡала Йәрүсәлимдән дә, «исемем ошонда төйәкләнер» тигән был ҡорамдан да баш тартам.


Ер, тотош таланып, буп-буш ҡаласаҡ, Сөнки Раббы шулай тине.


Нығытмалы ҡала бушап ҡалды, Ташландыҡ йорттар сүлдәй кешеһеҙ. Унда тик башмаҡтар ғына утлап йөрөй, Шунда ята, ботаҡтарҙы мөнтәп ҡорота.


Шуға ла Мин Изге йорттоң башлыҡтарын харам ҡылдым, Яҡупты – һәләкәткә, Исраилды хурлыҡҡа дусар иттем.


Негевтағы ҡалалар бикләнгән. Ҡапҡаларҙы асырлыҡ кеше юҡ. Йәһүҙә халҡы әсирлеккә алып кителде, Тотошлай һөргөнгә ебәрелде.


Раббы былай ти: «Мин һине һәм бөтә дуҫтарыңды дәһшәткә һалам. Дуҫтарыңдың дошман ҡылысынан һәләк булғанын үҙ күҙҙәрең менән күрерһең. Мин бөтөн Йәһүҙә халҡын Бабил батшаһы ҡулына тапшырам. Ул ҡайһыларын Бабилға һөргөнгә ҡыуасаҡ, ҡайһыларын ҡылыстан үткәрәсәк.


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Бер нәмәһе лә булмаған фәҡирҙәрҙең ҡайһы берҙәрен Невузарадан Йәһүҙәлә ҡалдырҙы, уларға йөҙөм баҡсалары, баҫыуҙар бирҙе.


Ҡалала тере ҡалған халыҡты, халдейҙар яғына сыҡҡан кешеләрҙе – иҫән ҡалған барыһын да нөгәрҙәр башлығы Невузарадан, әсиргә алып, Бабилға алып китте.


Батшаны әсиргә алып, Хамаҫ ерендәге Ривлаға Бабил батшаһына килтерҙеләр һәм Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы.


Илде харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм, тәкәббер ҡеүәтен юҡҡа сығарам, Исраил тауҙары бушап ҡаласаҡ, уларҙан һис кем йөрөмәйәсәк.


Һыҙланыуҙан бөгөл, эй Сион-ҡыҙ, Тулғаҡ тотҡан ҡатын шикелле; Инде ҡаланан сығып ҡырҙа ҡунырһың, Бабилға тиклем барып етерһең, Шунда ҡотолоу табырһың. Дошмандарыңдың ҡулынан унда Раббы һине йолоп алыр.


Раббы һеҙҙе һәм үҙегеҙ һайлап ҡуйған батшағыҙҙы һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ҡәүем араһына ҡыуыр. Унда таштан һәм ағастан эшләнгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.


Раббы һеҙҙе донъяның бер осонан икенсе осона, төрлө халыҡтар араһына таратыр. Унда үҙегеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа танымаған, ағастан һәм таштан яһалған башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.


бөгөн һеҙгә ер менән күкте шаһит ҡылып әйтәм, һеҙ Иордан аша сығып, биләмәгә аласаҡ ерегеҙҙе бик тиҙ юғалтырһығыҙ, унда оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ, мотлаҡ юҡ ителерһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ