Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 51:6 - Изге Яҙма

6 Бабилдан ҡасығыҙ! Һәр кем үҙ йәнен ҡотҡарһын! Уның гонаһы арҡаһында харап булмағыҙ, Сөнки был – Раббының үс алыу сәғәте, Ул Бабилдың ҡылғанының әжерен ҡайтарыр!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Бабилдан ҡасығыҙ! Һәр кем үҙ йәнен ҡотҡарһын! Уның гонаһы арҡаһында харап булмағыҙ, Сөнки был – Раббының үс алыу сәғәте, Ул Бабилдың ҡылғанының әжерен ҡайтарыр!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Бабилдан ҡасығыҙ! Һәр кем үҙ йәнен ҡотҡарһын! Уның гонаһы арҡаһында харап булмағыҙ, Сөнки был – Раббының үс алыу сәғәте, Ул Бабилдың ҡылғанының әжерен ҡайтарыр!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 51:6
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Килегеҙ, Раббыға һөйөнөшөп өндәшәйек, Беҙҙе ҡотҡарыусы ҡаябыҙға Ҡыуанышып йырлашайыҡ.


Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған, аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған.


Бабилдан сығығыҙ, халдейҙар еренән ҡасығыҙ. Был хәбәрҙе һөйөнөс ауаздары менән иғлан итегеҙ, Һөйләгеҙ, донъяның һәр тарафына еткерегеҙ. «Раббы Үҙенең ҡоло Яҡупты йолоп алды», – тип әйтегеҙ.


Эйе, Мин үс алыу көнөн тәғәйенләгәйнем, Халҡымды йолоп алыр йыл килде.


Бабилдар ҙа күп ҡәүемдәргә, бөйөк батшаларға ҡол булырҙар. Ҡылған ғәмәлдәренә күрә Мин уларға тейешле әжерен бирермен».


Улар эсеп сайҡалырҙар һәм Мин уларға ебәргән ҡылыс ҡаршыһында аҡылдан шашырҙар.


Был илдең сәғәте һуҡҡанға тиклем бөтә ҡәүемдәр уға, уның улына һәм ейәненә хеҙмәт итер. Һуңынан уның үҙен дә, ерен дә башҡа ҙур ҡәүемдәр һәм бөйөк батшалар буйһондорор.


Был көн – Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы көнө, Үс алыу көнө. Дошмандарынан ҡон ҡайтарыр көн. Уларҙы ҡылыс туйынғансы ашаясаҡ, Һыуһыны ҡанғансы ҡан эсәсәк. Төньяҡ илдә, Евфрат йылғаһы буйында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Хаким ҡорбан сала.


Ҡасығыҙ! Йәнегеҙҙе ҡотҡарығыҙ! Сүлдәге ҡыуаҡ һымаҡ булығыҙ!


Һәр яҡтан уға ҡаршы оран һалығыҙ! Бабил ҡулға төштө: Манаралары ҡоланы, диуарҙары емерелде. Сөнки был – Раббының үсе: Уның ҡонон ҡайтарығыҙ, Үҙе нисек ҡыланһа, шулай эшләгеҙ.


Тыңлағыҙ! Аллабыҙ Раббының үс алыуын, Ҡорамы өсөн ҡон ҡайтарыуын Сионда иғлан итер өсөн Бабилдан ҡасып ҡотолоусыларҙың тауышы ишетелә!


«Ҡара, Мин ҡаршымын һиңә, Эй тәкәббер Бабил! – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Сөнки һинең көнөң, Һине язалар ваҡытым етте.


Бабилдан ҡасығыҙ, Халдей еренән китегеҙ! Көтөү алдынан барған кәзә тәкәһеләй булығыҙ!


Уҡтарығыҙҙы ослағыҙ! Һаҙаҡтарығыҙға тултырығыҙ! Раббы, Үҙенең ҡорамы өсөн үс алырға, Бабилды һәләк ҡылырға ниәт итеп, Мадай батшаларын Бабилға ҡаршы ҡуҙғатты.


Шуға күрә Раббы былай ти: «Инде дәғүәңде Үҙем ҡарармын, Һинең өсөн үс алырмын. Диңгеҙен ҡоротормон, Инештәрен киптерермен.


Унан сыға һал, халҡым! Раббының ялҡынлы асыуынан Һәр берегеҙ йәнегеҙҙе ҡотҡарығыҙ!


Ҡылыстан ҡотолғандар, ҡасығыҙ, туҡтамағыҙ! Алыҫ илдә лә Раббыны онотмағыҙ, Йәрүсәлим күңел түрегеҙҙә булһын».


Бабилға һәләк итеүсе килер, Һуғышсылары әсиргә төшөр, йәйәләре һыныр; Сөнки Раббы – ҡон ҡайтарыусы Алла, Әжерен ҡылғанына күрә бирер.


«Дауаланыҡ беҙ Бабилды, әммә һауыҡманы. Ташлағыҙ уны, Һәр беребеҙ үҙ илебеҙгә ҡайтайыҡ. Сөнки уға сығарылған хөкөм күккә етте, Болоттарға тиклем күтәрелде».


Ҡылған эштәренең ҡонон ҡайтар, Раббым.


Муса йәмғиәткә былай тине: – Был инабатһыҙ әҙәмдәрҙең гонаһтарына батып, улар менән бергә һәләк булмаҫ өсөн, сатырҙарынан ситкә китегеҙ, бер әйберҙәренә лә ҡағылмағыҙ.


Урамда уларҙы ҡылыс ялмар, Өйҙә дәһшәт алҡымынан алыр: Егеттәр менән ҡыҙҙар ҙа, Сабыйҙар менән ҡарттар ҙа үлер.


Ялтлап торған ҡылысымды үткерләгәс, Ҡулым хөкөм ҡылыр өсөн күтәрелгәс, Дошмандарымдан Мин үс алырмын, Миңә нәфрәт тотҡандарҙы ҡырырмын.


Эй ҡәүемдәр! Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ, Сөнки ҡолдарының ҡаны өсөн Дошмандарынан үс алыр, Үҙенең ерен һәм халҡын паклар».


Кемгә лә булһа ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла.


Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Бабил ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт туҫтағынан шарап эсергә бирҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ