Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 51:29 - Изге Яҙма

29 Ер тетрәй һәм ҡалтырана, Сөнки Раббының Бабилға ҡаршы ниәте – Кеше йәшәмәҫ төйәккә, бушлыҡҡа әйләндереү ниәте Тормошҡа аша.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

29 Ер тетрәй һәм ҡалтырана, Сөнки Раббының Бабилға ҡаршы ниәте – Кеше йәшәмәҫ төйәккә, бушлыҡҡа әйләндереү ниәте Тормошҡа аша.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Ер тетрәй һәм ҡалтырана, Сөнки Раббының Бабилға ҡаршы ниәте – Кеше йәшәмәҫ төйәккә, бушлыҡҡа әйләндереү ниәте Тормошҡа аша.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 51:29
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һине күргән һәр кем, текләп ҡарап, былай уйлар: „Ер һелкетеп, батшалыҡтарҙы дер ҡалтыратып торған, Донъяны бушлыҡҡа әйләндереп, ҡалаларҙы ергә тигеҙләгән, Әсирҙәрҙе өйҙәренә ҡайтармаған әҙәм ошомо инде?“


Иҫерек кеше һымаҡ сайҡалыр, Аласыҡ һымаҡ һелкенер, Гонаһтарҙың ауырлығы арҡаһында сүгер, Ҡолар ҙа башҡаса тора алмаҫ.


Әммә Раббы – хаҡ Алла! Ул – тере Алла, мәңгелек Батша. Асыуланғанында ер тетрәнә, Халыҡтар сыҙамай ярһыуына.


Раббының нәфрәте арҡаһында Бер кем дә йәшәмәҫ унда, буп-буш ҡалыр. Бабил аша үткән һәр кемдең ҡото алыныр, Уның яраларына аптырап һыҙғырып ҡуйыр.


Ҡылыс ялған пәйғәмбәрҙәренә төшһөн! Ахмаҡлыҡтары ярылып ятһын. Ҡылыс һуғышсыларына төшһөн! Уларҙың ҡото алынһын.


Бабил батшаһы улар хаҡында хәбәр алды, Ҡулдары һәленеп төштө; Тулғаҡ тотҡан ҡатын кеүек, Әрнеү-ғазап йәнен өттө.


Шуға күрә Раббының Бабилға ҡаршы ниәтен тыңлағыҙ. Халдей иленә ҡаршы маҡсатын ишетегеҙ. Хаҡтыр, көтөүҙән бәрәстәрҙе һөйрәп алып китерҙәр, Раббы кешеләре арҡаһында Бабилдың көтөүлектәрен дә һәләк итер.


Бабил яулап алыныр, шауынан ер тетрәп торор. Иңрәүҙәре халыҡтар араһында ишетелер.


Һинән төҙөлөш өсөн мөйөш ташы ла, Нигеҙ ташы ла алмаҫтар, Һин мәңге бушлыҡ булып ҡалырһың», – тип белдерә Раббы.


Ҡәүемдәрҙе – Мадай батшаларын, Өлкә, ҡалаларҙың башлыҡтарын, Уға буйһонған бөтә илдәрҙе Бабилға ҡаршы һуғышҡа әҙерләгеҙ!


Бабил таштар өйөмөнә, Сүл бүреләренең төйәгенә, Ҡот осорғос бер урынға, Кеше йәшәмәҫ ергә, мәсхәрәгә әйләнер.


Ҡалалары харабаға, Ҡоро тупраҡ, сүллеккә әйләнде. Инде унда бер кем дә йәшәмәй, Һис кемдең аяғы баҫмай.


Дан яғынан дошман аттарының бышҡырыуы ишетелә; Айғырҙарҙың көслө кешнәүенән ер һелкенә. Дошман, илебеҙҙе, ундағы бөтә нәмәне, Ҡалаларҙы тар-мар итеп, кешеләрҙе үлтермәксе».


Ҡаршыларында ер ҡалтыраныр, Дер һелкенер күктәр. Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры шиңер.


Бының өсөн нисек ер ҡалтырамаһын да Унда йәшәгән халыҡтар ҡайғыға тарымаһын? Бөтөн ер Нил һыуындай тулҡынланыр, Ҡабарыр ҙа Мысыр йылғаһы шикелле шиңеп ҡалыр.


Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө яуыз рухтар торлағына, нәжес ҡоштар, хәрәм һәм ерәнгес хайуандар ояһына әйләнде. Сөнки ул үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын бөтә халыҡтарға эсерҙе,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ