Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 51:22 - Изге Яҙма

22 Һинең менән ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы, Һинең менән йәшен-ҡартын, Егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы Мин ҡыйратам;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Һинең менән ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы, Һинең менән йәшен-ҡартын, Егеттәрҙе һәм ҡыҙҙары Мин ҡыйратам;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Һинең менән ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы, Һинең менән йәшен-ҡартын, Егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы Мин ҡыйратам;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 51:22
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы уларға халдейҙар батшаһын ебәрә. Шул батша Изге торлаҡта уларҙың егеттәрен ҡылыстан үткәрә. Егет-еләнгә лә, ҡыҙ-ҡырҡынға ла, ҡарт-ҡороға ла аяу булмай: Алла уларҙың барыһын да ошо батша ҡулына тапшыра.


Ҡасып китә алмағанына һөңгө ҡаҙалыр, Тотолғандар ҡылыстан йығылыр.


Күҙ алдында сабыйҙарын киҫәктәргә тураҡларҙар, Йорттарын таларҙар, Ҡатындарын мәсхәрә итерҙәр.


Уҡтары егеттәрҙе тишә атыр, Улар сабыйҙарҙы аяп тормаҫ. Күҙҙәре балаларға ҡыҙғанып баҡмаҫ».


Ашшур батшаһы ла Мысыр әсирҙәрен һәм Куш тотҡондарын – йәшен-ҡартын яланғас һәм ялан аяҡ, хатта оят ерҙәрен дә ҡаплатмайынса ҡыуып алып китер һәм Мысыр хурлыҡҡа төшөр.


Инде хәҙер Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ниңә үҙ башығыҙға ҙур бәлә килтермәксеһегеҙ? Йәһүҙәнән килгән ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе һәм сабыйҙарҙы юҡ итеп, берегеҙ ҙә ҡалмай ҡырылып бөтмәксеһегеҙме?


Ҡылыс аттарына, яу арбаларына, Килмешәктәрҙән торған ғәскәренә төшһөн! Уларҙы ҡурҡаҡ ҡатындар итһен! Хазиналарына ҡаршы ҡылыс килһен! Улар барыһы ла таланасаҡ.


Һинең менән көтөүҙе һәм көтөүсене, Үгеҙҙәре менән бергә игенсене, Өлкә башлығын, ҡала хакимын тар-мар итәм.


Мин Раббының асыуына тулышҡанмын, Уны башҡаса тотоп тыя алмайым. Раббы былай ти: «Асыуымды урамдағы балаларға түк, Йыйылышҡан егеттәрҙең өҫтөнә ауҙар! Ир менән ҡатын да, өлкән кеше лә, Көндәре һанаулыһы ла ҡотола алмаҫ.


Илай-илай күҙҙәремдең нуры бөттө, Ғазаптан туҡтауһыҙ эсем яна, Ғәзиз халҡым ҡырылғанға йөрәгем ҡанһырай. Ана, ҡаланың майҙандарында Балалар менән имсәк сабыйҙар Аслыҡтан һушһыҙ ята!


Балалар менән ҡарттарҙың мәйеттәре Урамдарҙа саңға батып ята; Егет-ҡыҙҙарым ҡылыстан үткәрелгән. Асыуланған көнөңдә уларҙы Һин үлтерҙең, Ҡыҙғанмай салып ташланың.


Ҡарттарҙы ла, егеттәр менән ҡыҙҙарҙы ла, балаларҙы ла, ҡатындарҙы ла үлтерегеҙ, бары тик тамғаһы булғандарға ғына ҡағылмағыҙ. Минең Изге торлағымдан башлағыҙ. Шулай итеп, улар ҡырғынды ҡорам алдында торған аҡһаҡалдарҙан башланы.


Урамда уларҙы ҡылыс ялмар, Өйҙә дәһшәт алҡымынан алыр: Егеттәр менән ҡыҙҙар ҙа, Сабыйҙар менән ҡарттар ҙа үлер.


Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ