Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 51:1 - Изге Яҙма

1 Раббы былай ти: «Бына Мин Бабилда һәм Лев-Ҡамайҙа йәшәүселәргә ҡаршы Һәләкәтле ғәрәсәт ҡуптарам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Раббы былай ти: «Бына Мин Бабилда һәм Лев-Ҡамайҙа йәшәүселәргә ҡаршы Һәләкәтле ғәрәсәт ҡуптарам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Раббы былай ти: «Бына Мин Бабилда һәм Лев-Ҡамайҙа йәшәүселәргә ҡаршы Һәләкәтле ғәрәсәт ҡуптарам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 51:1
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына Мин Ашшур батшаһына бер рух күндерәм. Ул бер хәбәр алыр ҙа үҙ иленә ҡайтып китер. Шунда Мин уны ҡылыстан үткәрәсәкмен».


Минең туралағы ниәттәрен Ғәмәлгә ашырыр Раббы. Һинең тоғро мөхәббәтең мәңгелек, йә Раббы, Үҙ ҡулыңдың ижадынан ваз кисмә!


Шуға күрә күктәрҙе дер һелкетермен, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының асыуы дөрләгән көндө, Уның ярһыуынан ер урынынан ҡуҙғалыр!


Болоттарҙан да өҫкәрәк менермен, Юғарыларҙан Юғарыға тиң булырмын“.


Диңгеҙ буйындағы сүллек тураһында әүлиәлек. Негевта ҡоторонған ғәрәсәт кеүек Сүлдән, дәһшәт иленән баҫҡынсы килер.


«Эй ғиффәтле Бабил-ҡыҙ, Урыныңдан төш, тупраҡҡа ултыр. Халдей ҡыҙы, тәхетең юҡ, ергә ултыр! Бынан ары һине наҙлы, нәфис тип әйтмәҫтәр.


Бына Раббының ажарлы ғәрәсәте күтәрелде! Ул, ҡойондай өйрөлөп, Яуыздарҙың башына төшәсәк.


Ғелам өҫтөнә күктең дүрт тарафынан дүрт ел күндерәм, Халҡын ошо ел менән сәсеп ебәрәм. Һөргөн киткән ғеламдар бармаған бер генә ҡәүем дә ҡалмаҫ.


«Мераҫайим еренә, Пеҡодта йәшәгәндәргә һөжүм ит. Уларҙы үлтер, тотошлай ҡырып бөтөр, – тип белдерә Раббы. – Ни бойорһам, барыһын да үтә.


Мин һиңә тоҙаҡ ҡорҙом, эй Бабил! Үҙең дә һиҙмәйенсә уға эләктең. Раббыға ҡаршы сыҡҡаның өсөн Һине таптылар, эләктереп алдылар».


«Уҡсыларҙы, ян керешен киргәндәрҙе Һәммәһен саҡырығыҙ Бабилға ҡаршы. Уны уратып алһындар, ҡасып ҡотолғандар булмаһын. Ҡылғандарына күрә күрһәтегеҙ уға, Үҙе нимә эшләгән, шуны эшләгеҙ, Сөнки Раббыға – Исраилдың Изгеһенә ҡаршы Ул тәкәббер баш күтәрҙе.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Исраил да, Йәһүҙә халҡы ла иҙелә. Уларҙы тотҡонға алыусылар ҡаты тота, Һис тә ысҡындырырға теләмәй.


Бына, Мин төньяҡтағы илдән Бабилға ҡаршы бөйөк ҡәүемдәрҙе йыйып килтерәм; Улар сафҡа теҙелеп килерҙәр, Төньяҡтан һөжүм итеп, Бабилды яулап алырҙар; Уҡтары мәргән яугирҙеке кеүек булыр – Һәр саҡ кәрәк ергә барып тейер.


Бабил хатта күккә олғашһа ла, Бейек ҡәлғәләрен нығытһа ла, Минән уға ҡыйратыусылар киләсәк», – тип белдерә Раббы.


Йермеяһ Бабилға киләсәк барлыҡ бәләләрҙе, Бабил хаҡындағы ошо һүҙҙәрҙең барыһын да төргәк китапҡа теркәне.


Әммә уны, асыу менән Йолҡоп сығарып, ергә аттылар. Шәреҡ еле уны ҡоротто, Емештәре йолҡоп алынды, Көслө ботаҡтары һулыны, Уларҙы ут ялманы.


Әфраим үҙ туғандары араһында Иң түллеһе булһа ла, Көнсығыш еле, сүллектән иҫкән Раббы еле күтәрелер: Шул саҡ инештәре кибер, Шишмәләре ҡороп ҡалыр. Хазинаһы юҡҡа сығыр, Бар зиннәттәренән яҙыр».


Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең шөһрәте хаҡына мине һеҙҙе талаған ҡәүемдәр алдына ошо хәбәрҙе әйтергә ебәрҙе: «Һеҙгә ҡағылған кеше Минең күҙ алмама ҡағыла.


Ул ергә йығылды һәм: – Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ