Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 50:46 - Изге Яҙма

46 Бабил яулап алыныр, шауынан ер тетрәп торор. Иңрәүҙәре халыҡтар араһында ишетелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

46 Бабил яулап алыныр, шауынан ер тетрәп торор. Иңрәүҙәре халыҡтар араһында ишетелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

46 Бабил яулап алыныр, шауынан ер тетрәп торор. Иңрәүҙәре халыҡтар араһында ишетелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 50:46
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йөрәгем һыҙлана Моав өсөн! Моав кешеләре Соғарға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа ҡастылар. Илай-илай Лухиҫҡа ҡалҡалар, Үҙҙәренә ябырылған һәләкәттән Хоронаим юлында сеңләйҙәр.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!


Әммә Раббы – хаҡ Алла! Ул – тере Алла, мәңгелек Батша. Асыуланғанында ер тетрәнә, Халыҡтар сыҙамай ярһыуына.


Ҡәүемдәр мәсхәрәгә ҡалыуыңды ишетте. Ер йөҙөн һыҡтауҙарың тултырҙы; Сөнки яугир яугиргә абынды, Икеһе бергә ҡоланы».


Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ, Мин эдомдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?


Эдом гөрһөлдәп ауғандан ер тетрәп торор. Тауыштары Ҡамышлы диңгеҙе буйында ла ишетелер.


Ер тетрәй һәм ҡалтырана, Сөнки Раббының Бабилға ҡаршы ниәте – Кеше йәшәмәҫ төйәккә, бушлыҡҡа әйләндереү ниәте Тормошҡа аша.


Бабилдан һыҡтап илаған тауыш ишетелә, Халдей ерендә – оло ҡыйралыш!


Бөгөн, һин ҡолаған көндә, Яр буйҙары дер һелкенә. Диңгеҙҙәге утрауҙар Һәләкәтеңдән ҡурҡыуға ҡалды“».


Кәмәселәреңдең ҡысҡырыуынан Яр буйҙары тетрәйәсәк.


Мин уны үлеләр донъяһына, үлем соҡорона төшкәндәр янына олаҡтырғанда, ул ауған тауышҡа ҡәүемдәрҙе ҡурҡып тетрәнергә мәжбүр иттем. Шунда Ғедән баҡсаһындағы бөтә ағастар, Ливандың иң һайланмыш, иң яҡшы һәм мул һыу эскән ағастары барыһы ла түбәнге донъяла тынысланып ҡалды.


Тәҡдирең менән күп халыҡтарҙың ҡотон алып, Алдарында ҡылысымды уйнатҡанда, Уларҙың батшалары, һинең турала уйлап, Ҡурҡыуҙан сәстәре үрә торор. Һин ҡолаған һәләкәт көнөндә улар Сәғәт һайын үҙ йәндәре өсөн дер ҡалтырар“.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ