Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 50:31 - Изге Яҙма

31 «Ҡара, Мин ҡаршымын һиңә, Эй тәкәббер Бабил! – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Сөнки һинең көнөң, Һине язалар ваҡытым етте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

31 «Ҡара, Мин ҡаршымын һиңә, эй тәкәббер Бабил! – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Сөнки һинең көнөң, Һине язалар ваҡытым етте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 «Ҡара, Мин ҡаршымын һиңә, Эй тәкәббер Бабил! – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Сөнки һинең көнөң, Һине язалар ваҡытым етте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 50:31
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ул көн Бөтә һауалы, юғары, ғорурҙарҙы түбәнһетер.


Мин һиңә ҡаршымын, Үҙәндәге ҡая өҫтөндә ултырған Йәрүсәлим! – тип белдерә Раббы. – ‘Беҙгә кем ҡаршы сыға алһын, Торлағыбыҙға кем инә алһын?’ – тиһегеҙ.


Моавтың ғорурлығы, Самаһыҙ мәғрурлығы хаҡында ишеттек; Текә, тәкәббер, маҡтансыҡлығын, Үҙен артыҡ юғары ҡуйыуын ишеттек беҙ.


Эй һин, торлағын ҡая ярыҡтарында һалған, Сәскән дәһшәтең менән йөрәгеңдең тәкәбберлеге алданы һине! Тау түбәләрен төйәк итһәң дә, Ояңды бөркөт кеүек юғарыға ҡорһаң да, Унан да һине бәреп төшөрөрмөн, – тип белдерә Раббы. –


«Уҡсыларҙы, ян керешен киргәндәрҙе Һәммәһен саҡырығыҙ Бабилға ҡаршы. Уны уратып алһындар, ҡасып ҡотолғандар булмаһын. Ҡылғандарына күрә күрһәтегеҙ уға, Үҙе нимә эшләгән, шуны эшләгеҙ, Сөнки Раббыға – Исраилдың Изгеһенә ҡаршы Ул тәкәббер баш күтәрҙе.


Тәкәббер һөрөнөп барып төшөр, Уны торғоҙоусы булмаҫ. Ҡалаларына ут һалам, Тирә-яғын үртәп юҡ итәсәк».


Эй Бабил, һәләк итеүсе тау, Мин һиңә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Эй бар донъяны һәләк итеүсе! Ҡулымды һиңә ҡаршы күтәреп Ҡаяларҙан аҫҡа тәгәрләтәм, Янып-көйгән тауға әйләндерәм.


Уларға һөйлә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй йылға-ҡултыҡтарың эсендә ятҡан олоғара аждаһа, Мысыр батшаһы фирғәүен, Мин һиңә ҡаршымын. Һин: „Нил йылғаһы минеке, уны үҙем өсөн яһаным“, – тип әйтәһең.


Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Мәшәх менән Тувалдың баш хакимы Гог, Мин һиңә ҡаршымын!


Ә һин, әҙәм улы, Гогҡа ҡаршы пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй һин, Мәшәх менән Тувалдың баш хакимы Гог, бына Мин һиңә ҡаршымын!


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Эй Йәрүсәлим, бына, Мин Үҙем һиңә ҡаршы сығам. Башҡа ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙем Йәрүсәлим уртаһында хөкөм ҡыласаҡмын.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, һиңә ҡаршы сығам, Яу арбаларыңды яндырам – төтөнгә әйләнерҙәр; Һинең йәш арыҫландарыңды ҡылыс тураҡлар, Ерҙә йыртҡыслығыңа сик ҡуям, Илселәреңдең тауышы тынып ҡалыр!»


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, һиңә ҡаршы сығам, Итәгеңде ҡайырып асып, битеңә ҡаплайым, Халыҡтарға яланғаслығыңды, Батшалыҡтарға оятыңды күрһәтәм.


Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә», – тип әйтелгән.


Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».


Шуның өсөн уға яза, үлем, илау, яланғаслыҡ бер көн эсендә киләсәк һәм ул утта яндырыласаҡ, сөнки уны хөкөм итеүсе Раббы Алла ҡөҙрәтле.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ