Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 50:28 - Изге Яҙма

28 Тыңлағыҙ! Аллабыҙ Раббының үс алыуын, Ҡорамы өсөн ҡон ҡайтарыуын Сионда иғлан итер өсөн Бабилдан ҡасып ҡотолоусыларҙың тауышы ишетелә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

28 Тыңлағыҙ! Аллабыҙ Раббының үс алыуын, Ҡорамы өсөн ҡон ҡайтарыуын Сионда иғлан итер өсөн Бабилдан ҡасып ҡотолоусыларҙың тауышы ишетелә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Тыңлағыҙ! Аллабыҙ Раббының үс алыуын, Ҡорамы өсөн ҡон ҡайтарыуын Сионда иғлан итер өсөн Бабилдан ҡасып ҡотолоусыларҙың тауышы ишетелә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 50:28
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бабилдан сығығыҙ, халдейҙар еренән ҡасығыҙ. Был хәбәрҙе һөйөнөс ауаздары менән иғлан итегеҙ, Һөйләгеҙ, донъяның һәр тарафына еткерегеҙ. «Раббы Үҙенең ҡоло Яҡупты йолоп алды», – тип әйтегеҙ.


Һәр яҡтан уға ҡаршы оран һалығыҙ! Бабил ҡулға төштө: Манаралары ҡоланы, диуарҙары емерелде. Сөнки был – Раббының үсе: Уның ҡонон ҡайтарығыҙ, Үҙе нисек ҡыланһа, шулай эшләгеҙ.


Унан сыға һал, халҡым! Раббының ялҡынлы асыуынан Һәр берегеҙ йәнегеҙҙе ҡотҡарығыҙ!


Бабилдан ҡасығыҙ! Һәр кем үҙ йәнен ҡотҡарһын! Уның гонаһы арҡаһында харап булмағыҙ, Сөнки был – Раббының үс алыу сәғәте, Ул Бабилдың ҡылғанының әжерен ҡайтарыр!


Хазина-байлығын талар өсөн, Дошман ҡулын һонған. Ят ҡәүемдәрҙең Изге торлаҡҡа, Һин, Раббы, яттарға аяҡ баҫырға тыйған, Йыйыныма кермәһендәр, тип бойорған, Мөҡәддәс урынға ингәндәрен күрә.


Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Үҙ-ара килешеүҙе боҙғанға күрә, үс алыр өсөн һеҙгә нәфрәт ҡылысы ебәрермен. Ҡалаларығыҙға йәшенһәгеҙ, арағыҙға үләт һалырмын. Дошман ҡулына төшөрһөгөҙ.


Ялтлап торған ҡылысымды үткерләгәс, Ҡулым хөкөм ҡылыр өсөн күтәрелгәс, Дошмандарымдан Мин үс алырмын, Миңә нәфрәт тотҡандарҙы ҡырырмын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ