Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 50:26 - Изге Яҙма

26 Бабилға һәр яҡтан һөжүм итегеҙ; Келәттәрен шар асығыҙ; Мөлкәтен ашлыҡ һымаҡ өйөгөҙ. Уны тулыһынса юҡҡа сығарығыҙ, Бер нәмәһе лә ҡалмаһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Бабилға һәр яҡтан һөжүм итегеҙ; Келәттәрен шар асығыҙ; Мөлкәтен ашлыҡ һымаҡ өйөгөҙ. Уны тулыһынса юҡҡа сығарығыҙ, Бер нәмәһе лә ҡалмаһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Бабилға һәр яҡтан һөжүм итегеҙ; Келәттәрен шар асығыҙ; Мөлкәтен ашлыҡ һымаҡ өйөгөҙ. Уны тулыһынса юҡҡа сығарығыҙ, Бер нәмәһе лә ҡалмаһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 50:26
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ашшурҙы аллаһыҙ ҡәүемгә ҡаршы ебәрәм, Асыуымды ҡабартҡан халыҡҡа һөжүм итергә, Таларға һәм яумал итеп алырға, Урам балсығы һымаҡ тапарға әмер бирәм.


Ул урынды терпеләр төйәгенә, һаҙлыҡҡа әйләндерәм, Ҡырғын һеперткеһе менән һепереп түгәм». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә.


Раббының ҡулы был тау өҫтөндә булыр. Моав иһә тиреҫкә тапалған һалам һымаҡ ҡалыр.


Ҡараңғыла һаҡланған хазиналарҙы, Йәшерелгән зиннәттәрҙе һиңә бирермен. Шунда Минең, исемеңде әйтеп, һиңә өндәшкәндең – Раббы, Исраилдың Аллаһы икәнемде белерһең.


Раббы йыраҡтағы ҡәүемдәрҙе – әләм күтәреп, Ер сигендә йәшәгәндәрҙе һыҙғырып саҡырыр; Улар бик тиҙ килеп етер.


Халдей иле баҫҡынсыларҙың табышына әйләнер, Уны талағандар тамам туйыр, – тип белдерә Раббы. –


Раббының нәфрәте арҡаһында Бер кем дә йәшәмәҫ унда, буп-буш ҡалыр. Бабил аша үткән һәр кемдең ҡото алыныр, Уның яраларына аптырап һыҙғырып ҡуйыр.


Һәр яҡтан уға ҡаршы оран һалығыҙ! Бабил ҡулға төштө: Манаралары ҡоланы, диуарҙары емерелде. Сөнки был – Раббының үсе: Уның ҡонон ҡайтарығыҙ, Үҙе нисек ҡыланһа, шулай эшләгеҙ.


Бөтә донъяны емергән балға ине, Инде үҙе ватылды, емерелде! Бабил бар ҡәүемдәр араһында Ҡот осорғос нәмәгә әүерелде!


Ана, төньяҡтан бер халыҡ килә, Бөйөк ҡәүем һәм бик күп батшалар Ер сигенән күтәрелә.


Бабил илаһы Белды язалайым, Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам. Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ, Бабилдың диуарҙары йығылыр.


Шунан былай тип әйт: «Бабил ошолай батыр һәм Раббы уға ебәргән һәләкәттән бүтәнсә ҡалҡа алмаҫ, бөтөнләй хәлдән тайыр». Ошо урында Йермеяһтың һөйләгәндәре тамамлана.


Быға ҡарап: «Аллаң Раббы ҡайҙа һинең?» – Тигән дошманым хурланыр, Шунда үҙ күҙем менән күрермен уның Урам батҡағы ише аяҡ аҫтында тапалғанын.


Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни?


Фәрештә үҙенең урағын ергә ырғытты ла, ер өҫтөндәге йөҙөмдө йыйып, Алланың ярһыулы йөҙөм һыҡҡысына ташланы.


Уның ауыҙынан халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, һыҡҡыста йөҙөм һығасаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ