Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 50:2 - Изге Яҙма

2 «Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 «Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нимә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 «Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 50:2
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ер йөҙөнөң сиктәрендә йәшәгәндәр, Илаһи билдәләреңде күреп, ҡурҡыуға ҡалыр. Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем бар кешеләр Һиңә ҡыуаныслы йырҙар йырлар.


Уның алдынан ут-ялҡын килә, Һәр тарафтағы бөтә дошмандарын яндыра.


Шаулаһын диңгеҙ һәм унда йәшәгәндәр, Донъя һәм уны төйәк иткәндәр.


Ул көндө һеҙ әйтерһегеҙ: «Раббыға шөкөр итегеҙ, Уны исеме менән саҡырығыҙ. Халыҡтарға Уның ғәмәлдәрен белдерегеҙ, Исеменең бөйөклөгөн һөйләгеҙ!


«Яланғас тауҙың башында әләм күтәрегеҙ! Һөрәнләгеҙ яугирҙәргә, Ҡул болғағыҙ: әйҙә улар Затлылар йөрөй торған ҡапҡанан эскә инһен.


Бына күрәм: яу арбалары һәм һыбайлылар Ҡушарлап-ҡушарлап килә». Һуңынан ул: «Бабил ҡолатылды, бәреп төшөрөлдө! Илаһтарының һындары Ергә төшөп, селпәрәмә килде», – тип хәбәр бирҙе.


илаһтарын утҡа яҡты. Тик был илаһтар Алла түгел, ә ағастан һәм таштан кеше ҡулы менән яһалған һындар ине. Шуға ла уларҙы юҡ иттеләр.


Шул осорҙа Бабил батшаһы Баладан улы Меродах-Баладан Хизкияһҡа хат менән бүләктәр ебәрҙе, сөнки уның ауырығаны һәм һауыҡҡаны тураһында ишеткәйне.


Илаһ Бел теҙ сүкте, илаһ Нево эйелде. Уларҙың һындары үгеҙҙәргә, Йөк ташыусы хайуандарға тейәлде; Был әйберҙәрегеҙҙе элек үҙегеҙ күтәрһәгеҙ, Бөгөн улар арыған малдарға йөк булды.


Бабилдан сығығыҙ, халдейҙар еренән ҡасығыҙ. Был хәбәрҙе һөйөнөс ауаздары менән иғлан итегеҙ, Һөйләгеҙ, донъяның һәр тарафына еткерегеҙ. «Раббы Үҙенең ҡоло Яҡупты йолоп алды», – тип әйтегеҙ.


Был хаҡта һин ишеткәйнең – инде ҡара уларҙың барыһын! Инде лә бының хаҡлығын танымайһыңмы? Ошо мәлдән алып һеҙгә яңы нәмәләр, Һин белмәгән йәшерен нәмәләр хаҡында белдерәм.


Халыҡтарға былай тип әйтегеҙ: – Күк менән ерҙе бар ҡылмаған илаһтар ер йөҙөнән һәм күк аҫтынан юҡ буласаҡ.


Һис файҙаһыҙ, көлкө нәмә улар, Язаланған мәлдә юҡҡа сығасаҡтар.


Эй ҡәүемдәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ, Алыҫтағы яр буйҙарына иғлан итегеҙ, Әйтегеҙ: «Исраилды кем таратҡан булһа, Шул Үҙе ҡабаттан йыйып алыр; Малын ҡурсалаған көтөүсе һымаҡ һаҡлар».


Ҡәүемдәргә белдерегеҙ, Йәрүсәлимгә иғлан итегеҙ: „Алыҫ илдән ҡамаусылар килә, Йәһүҙә ҡалаларына ҡаршы Уларҙың яу ораны яңғырай!“


Сионға барған юлға билдә ҡуйығыҙ! Тормағыҙ, тиҙерәк ҡасып ҡотолоғоҙ! Сөнки Мин төньяҡтан бәлә, Дәһшәтле һәләкәт ебәрәм».


«Мысырға хәбәр итегеҙ, Мигдолға ишеттерегеҙ, Нофта, Тахпанхеста иғлан итеп әйтегеҙ: „Аяғүрә баҫ, әҙерлән, Әйләнә-тирәңдәгеләрҙе ҡылыс ялмай“.


Бабил яулап алыныр, шауынан ер тетрәп торор. Иңрәүҙәре халыҡтар араһында ишетелер.


Бабил диуарҙары ҡаршыһында Байраҡ күтәрегеҙ! Һаҡсыларҙың һанын күбәйтегеҙ, Ҡарауылсылар ҡуйығыҙ, боҫҡон ҡороғоҙ! Сөнки Раббы Үҙенең ниәтен – Бабил халҡына ҡаршы әйткәнен бойомға ашырыр.


Ер йөҙөндә байраҡ күтәрегеҙ, Ҡәүемдәр араһында борғо ҡысҡыртығыҙ; Әҙерләгеҙ халыҡтарҙы, Арарат, Минни, Ашкеназ батшалыҡтарын Бабилға ҡаршы туплағыҙ. Башлыҡ тәғәйенләгеҙ ғәскәргә, Өҫтөнә саранча тубы кеүек аттар ебәрегеҙ.


Сапҡын артынан сапҡын елдерә, Илсе артынан илсе саба. Хәбәр тиҙерәк Бабил батшаһына барып етһен: «Ҡалабыҙ баҫып алынды,


Бабил илаһы Белды язалайым, Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам. Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ, Бабилдың диуарҙары йығылыр.


Бына шундай көндәр етер, Бабилдың боттарын язалармын; Бөтә ере хурлыҡҡа ҡалыр, Үлтерелгәндәре унда аунап ятыр.


«Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Мин Бабил боттарын язалармын. Бөтә ерҙә яралылар ыңғырашыр.


Ҡапыл төшөп селпәрәмә килде Бабил – Йәлләп уның өсөн йәш түгегеҙ! Яраларына бәлзәм һөртөгөҙ, Бәлки, уға дауа табылыр».


Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Бабилға һөргөнгә ебәрелеүенең утыҙ етенсе йылында Бабил тәхетенә Әуил-Меродах ултырҙы. Шул йылдың ун икенсе айының егерме бишенсе көнөндә Әуил-Меродах, Йәһүҙә батшаһы Йеһояхинға мәрхәмәт күрһәтеп, зиндандан азат итте.


Шуға күрә, эй ҡәүемдәр, ишетегеҙ; Эй йәмәғәт, белеп тороғоҙ – Уларҙың башына ни төшәсәк!


Раббы Хаким Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимды һәм Алла ҡорамының йыһаздарының бер өлөшөн уның ҡулына бирҙе. Навуходоносор был әйберҙәрҙе Шинғарға үҙ илаһының ҡорамына алып ҡайтты һәм уның хазина һаҡлағысына урынлаштырҙы.


Навуходоносор: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, һеҙ минең илаһтарыма табынмайһығыҙ һәм мин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылмайһығыҙ тигән һүҙҙәр дөрөҫмө? – тип һораны. –


Раббы уларҙы дәһшәткә һалыр, Ер йөҙөндәге бар илаһтарҙы юҡҡа сығарыр. Кешеләрҙең һәр береһе үҙ иленән, Алыҫтарҙа йәшәгән һәр халыҡ үҙ төбәгенән Уға сәждә ҡылыр.


Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө яуыз рухтар торлағына, нәжес ҡоштар, хәрәм һәм ерәнгес хайуандар ояһына әйләнде. Сөнки ул үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын бөтә халыҡтарға эсерҙе,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ