Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 50:13 - Изге Яҙма

13 Раббының нәфрәте арҡаһында Бер кем дә йәшәмәҫ унда, буп-буш ҡалыр. Бабил аша үткән һәр кемдең ҡото алыныр, Уның яраларына аптырап һыҙғырып ҡуйыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Раббының нәфрәте арҡаһында Бер кем дә йәшәмәҫ унда, буп-буш ҡалыр. Бабил аша үткән һәр кемдең ҡото алыныр, Уның яраларына аптырап һыҙғырып ҡуйыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Раббының нәфрәте арҡаһында Бер кем дә йәшәмәҫ унда, буп-буш ҡалыр. Бабил аша үткән һәр кемдең ҡото алыныр, Уның яраларына аптырап һыҙғырып ҡуйыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 50:13
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ел уның артынан әсе һыҙғырып, Ҡулын сабып тороп ҡалыр».


Шул арҡала илен ҡот осҡос хәлгә ҡалдырҙы, Мәңгелек хурлыҡҡа дусар итте. Үткән-һүткән һәр кем дәһшәткә төшөп, Аптырап баш сайҡаясаҡ.


Был ҡаланы шом һала торған урынға әйләндереп, хурлыҡҡа ҡалдырасаҡмын. Уның янынан үткән-һүткән һәр кем уның яраларынан ҡото алынып, һыҙғырып ҡуйыр.


Етмеш йыл үткәндән һуң, Бабил батшаһын, уның халҡын һәм халдейҙар илен ҡылған енәйәттәре өсөн язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Мин был ерҙе мәңгелек бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен.


Бына, Мин, бойороҡ биреп, уларҙы был ҡалаға кире килтерәм, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡалаға һөжүм итер, баҫып алыр, ут төртөр. Йәһүҙә ҡалаларын бер кем дә йәшәмәгән бушлыҡҡа әйләндерәм“».


Эдом шом һала торған урынға әйләнер, уның янынан үткән-һүткән һәр кем, уның яраларынан ҡото алынып, һыҙғырып ҡуйыр.


Бабилға ҡаршы төньяҡтан Бер ҡәүем күтәрелде; Илдәрен улар бушлыҡҡа әйләндерер, Унда йәшәүселәр ҡалмаҫ, Кешеләр ҙә, йәнлектәр ҙә ҡасып китер.


Һинән төҙөлөш өсөн мөйөш ташы ла, Нигеҙ ташы ла алмаҫтар, Һин мәңге бушлыҡ булып ҡалырһың», – тип белдерә Раббы.


Ер тетрәй һәм ҡалтырана, Сөнки Раббының Бабилға ҡаршы ниәте – Кеше йәшәмәҫ төйәккә, бушлыҡҡа әйләндереү ниәте Тормошҡа аша.


Бабил таштар өйөмөнә, Сүл бүреләренең төйәгенә, Ҡот осорғос бер урынға, Кеше йәшәмәҫ ергә, мәсхәрәгә әйләнер.


әйт: «Эй Раббым! Һин был ил тураһында: Уны тотош юҡ итәсәкмен. Бында кеше лә, мал-тыуар ҙа ҡалмаҫ. Ул мәңгегә бушлыҡ булыр, – тинең».


Халыҡтарҙың сауҙагәрҙәре һыҙғырҙы, Ахырың ҡурҡыныс булды, Һин мәңгегә юҡҡа сыҡтың».


Хәүефһеҙ йәшәгән бөйөк ҡаламы был? Маҡтанып эстән генә: «Донъяла миңә тиңдәр юҡ», – тип әйтә ине; Бына хәҙер инде ул хараба, Ҡош-кейектәр өсөн оя булды! Үткән-һүткән һәр кем мәсхәрәләп, Һыҙғырып ебәрер, бот сабыр.


Ә еңел йәшәгән ҡәүемдәргә бик асыулымын, сөнки Мин үтә асыулы булмаған саҡта, улар Минең халҡыма ҡарата яуыз ғәмәлдәрен арттырҙы“.


Киләсәк быуын, һеҙҙән һуң тыуған балалар һәм алыҫ илдәрҙән килгән килмешәктәр был илгә ябырылған бәләләрҙе һәм Раббы күндергән ауырыуҙарҙы күрер:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ