Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 50:11 - Изге Яҙма

11 Эй һеҙ, биләмәмде талаусылар! Ҡыуанып тантана итәһегеҙ, Болондағы башмаҡтай уйнаҡлайһығыҙ, Айғыр һымаҡ кешнәйһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Эй һеҙ, биләмәмде талаусылар! Ҡыуанып тантана итәһегеҙ, Болондағы башмаҡтай уйнаҡлайһығыҙ, Айғыр һымаҡ кешнәйһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Эй һеҙ, биләмәмде талаусылар! Ҡыуанып тантана итәһегеҙ, Болондағы башмаҡтай уйнаҡлайһығыҙ, Айғыр һымаҡ кешнәйһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 50:11
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ярлынан көлгән әҙәм Яратыусыһын да хурлай, кеше бәхетһеҙлегенә һөйөнгән – язаһын алмай ҡалмай.


Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең.


Гел рәхәттә аман йәшәгән ҡыҙ, Эсеңдән генә: „Мин генә, минән башҡаһы юҡ; Бер ваҡытта ла тол ҡалмам, бала ҡайғыһы күрмәм“, – тигәйнең. Хәҙер инде тыңла.


Раббы былай ти: – Халҡым Исраилға биләмә итеп биргән ергә ҡул һуҙған бөтә яуыз күршеләремде тупраҡтарынан йолҡоп ырғытам, араларынан Йәһүҙә халҡын да йолҡоп алам.


«Мысыр ул – бик күркәм тана, Тик төньяҡтан өҫтөнә күгәүен килә.


Араларындағы ялланған яугирҙәр Һимертелгән башмаҡ һымаҡ; Улар ҙа боролоп сабыр, ҡаршы тора алмаҫ; Сөнки уларҙың һәләкәт көнө, язаланыр мәле килде.


Һимерешеп, ялтырап киттеләр, Яманлыҡтары саманан ашты. Улар үкһеҙҙәрҙең дәғүәләрен Ғәҙел хөкөм итмәй, Фәҡирҙең хоҡуҡтарын яҡламай.


Әйтерһең дә, һимертелгән айғыр: Һәр береһе күршеһенең ҡатынына кешнәй.


Исраил – таралған һарыҡ көтөүе ул; Уны арыҫландар баҫтырҙы. Тәүҙә уны Ашшур батшаһы ашаны, Унан Бабил батшаһы Навуходоносор һөйәктәрен кимерҙе».


Бөтә үгеҙҙәрен боғаҙлағыҙ, Салыу урынына килтерегеҙ. Баштарына ҡайғы! Сөнки уларҙың көнө, яза мәле етте.


Минең ыңғырашыуымды ишетәләр, Әммә йыуатыусым табылманы. Дошмандарым ишетте өҫтөмә килгән ҡазаны, Күрә лә һөйөнә уларҙы Һин ебәргәнгә. Бына, Һин алдан иғлан иткән көн килде! Тик улар ҙа минең хәлгә төшһөн ине!


Исраил халҡының биләмәһе бушап ҡалғанға нисек ҡыуанған булһаң, һинең менән дә шулай эшләйәсәкмен. Эй Сеғир тауҙары – бөтә Эдом иле – емереклеккә әйләнеп, буп-буш ҡаласаҡһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде беләсәктәр».


Раббы Хаким былай ти: „Көнсөллөк утында янып, башҡа ҡәүемдәргә, барса Эдомға ҡаршы Үҙ һүҙемде белдерҙем. Улар, бөтә йөрәктән ҡыуанып, бөтә күңелдән мыҫҡыл итеп, илемә хужа булдылар һәм уның көтөүлектәрен талар өсөн үҙҙәренә яумал итеп алдылар“».


Әфраим – өйрәтелгән, Ашлыҡ һуғырға әүәҫ башмаҡҡа оҡшаш. Мин уның зифа муйынына ҡалып кейҙерҙем. Йәһүҙә ер һөрөр, Яҡуп тырматыр.


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Туғаныңа афәт килгән көндө, Һин үсәп тормаған булһаң икән, Йәһүҙә халҡына һәләкәт янағанда, Ҡыуанмаған булһаң икән, Уларға ҡайғы килгәндә, Мыҫҡыллап ауыҙ йырмаһаң икән!


Халдейҙар уларҙы ҡармаҡҡа ҡаптыра, Ау һала, мурҙа ҡора, Шунан йәм таба, шатлана.


Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышҡан бөтә халыҡтарҙы Раббы бына нисек язалар: үҙ аяҡтарында йөрөгән саҡтарында уҡ тәндәре серер, күҙ соҡорҙарында – күҙҙәре, ауыҙҙарында телдәре серер.


Әммә Йешурун һимерҙе, буйһонмай башланы, Таҙарҙы, йыуанайҙы, май бөрҙө. Үҙен яратҡан Алланы ташланы. Ҡотҡарыусы таянысынан ваз кисте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ