Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 5:19 - Изге Яҙма

19 Кешеләр: „Аллабыҙ Раббы ни өсөн беҙгә бөтә быларҙы эшләне?“ – тип һораған ваҡытта, былай тип яуап бирерһең, Йермеяһ: „Һеҙ Мине ташланығыҙ, үҙ ерегеҙҙә сит илаһтарға хеҙмәт иттегеҙ. Шуға күрә сит ерҙәрҙә яттарға хеҙмәт итерһегеҙ“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Әгәр кешеләр: „Аллабыҙ Раббы ни өсөн беҙгә бөтә быларҙы эшләне?“ – тип һораған ваҡытта, былай тип яуап биререһең, Йермеяһ: „Һеҙ Мине ташланығыҙ, үҙ ерегеҙҙә сит илаһтарға хеҙмәт иттегеҙ. Шуға күрә сит ерҙәрҙә яттарға хеҙмәт итерһегеҙ“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Кешеләр: „Аллабыҙ Раббы ни өсөн беҙгә бөтә быларҙы эшләне?“ – тип һораған ваҡытта, былай тип яуап бирерһең, Йермеяһ: „Һеҙ Мине ташланығыҙ, үҙ ерегеҙҙә сит илаһтарға хеҙмәт иттегеҙ. Шуға күрә сит ерҙәрҙә яттарға хеҙмәт итерһегеҙ“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 5:19
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр эстән генә үҙ-үҙеңә: «Ниңә былар башыма төштө?» – тиһәң, – Һин үтә күп гонаһ ҡылдың, Итәгең күтәрелде, хурлыҡҡа ҡалдың.


Шунлыҡтан һеҙҙе был ерҙән ҡыуып, үҙегеҙ ҙә, аталарығыҙ ҙа белмәгән бер илгә атып бәрәм. Унда көнө-төнө башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ – инде Мин һеҙгә мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен».


Мин һиңә биргән биләмәңдән Үҙ ғәйебең арҡаһында мәхрүм ҡаласаҡһың. Үҙең белмәгән ерҙә дошмандарыңа Ҡол итәсәкмен Мин һине. Сөнки һеҙ нәфрәт утымды тоҡандырҙығыҙ, Ул һүнмәҫ ялҡын булып янасаҡ».


Минең халҡым ике енәйәт эшләне: Мине – тере һыу инешен – ташланы, Үҙенә һыу йыйырға таш ҡаяла соҡор, Һыу тота алмаҫтай ярыҡ соҡор, уйҙы.


Исраил ҡолмо ни? Ҡол булып тыуғанмы әллә? Ниңә һуң ул яумал булды?


Әйтәһең: „Ғәйебем булмағас ни, Раббы миңә асыуланмай“. Ҡара: „Гонаһ ҡылманым“, – тигәнең өсөн Хөкөм итәсәкмен һине.


Әммә хатта ул көндәрҙә лә Мин һеҙҙе бөтөнләй ҡырып бөтөрмәм, – тип белдерә Раббы. –


Быны Яҡуп йортонда һөйләгеҙ, Йәһүҙәлә иғлан итегеҙ:


Мин Раббынан: – Был ер ниңә һәләк булды? Ни өсөн һис кем йөрөмәй торған сүл кеүек көйөп бөттө? Кем ошоно аңларҙай аҡылға эйә? Раббы һөйләшкән кеше кем, кем быларҙы халыҡҡа еткерер? – тип һораным.


Раббы былай тине: – Биргән ҡанунымды ташланылар, Минең әйткәндәремде тыңламанылар,


Ҡолдар хәҙер беҙгә хаким булды, Улар ҡулынан ҡотҡарып алыусы юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ