Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 5:15 - Изге Яҙма

15 Эй Исраил халҡы, Мин алыҫтағы бер ҡәүемде ҡуҙғатам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы һеҙгә ҡаршы ебәрәм. Улар көслө, бик боронғо ҡәүем. Һин уларҙың телдәрен белмәйһең, Уларҙың телмәрен аңламаҫһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Эй Исраил халҡы, Мин алыҫтағы бер ҡәүемде ҡуҙғатам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы һеҙгә ҡаршы ебәрәм. Улар көслө, бик боронғо ҡәүем. Һин уларҙың телдәрен белмәйһең, Уларҙың телмәрен аңламаҫһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Эй Исраил халҡы, Мин алыҫтағы бер ҡәүемде ҡуҙғатам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы һеҙгә ҡаршы ебәрәм. Улар көслө, бик боронғо ҡәүем. Һин уларҙың телдәрен белмәйһең, Уларҙың телмәрен аңламаҫһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 5:15
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ергә төшәйек тә телдәрен бутап бөтәйек. Береһенең әйткәнен икенсеһе аңламаһын әйҙә!


Тик белмәйҙәр, аңламайҙар! Дөм ҡараңғыла йөрөйҙәр. Ер йөҙөнөң нигеҙҙәре ҡаҡшаған.


Улай икән, Раббы был халыҡҡа Ят телдә, аңлайышһыҙ һүҙҙәр менән өндәшер.


Һине һәр яҡтан ҡамап алырмын, Әйләнәңә күҙәтеү манаралары ҡорормон, Убалар торғоҙормон.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп, гөрһөлдәтеп, Дауыл һәм ҡойон уйнатып, Ялмап йотор ялҡын менән һинең яныңа килер.


Аңлайышһыҙ, ят телдә һөйләшкән, Телмәрҙәре һис ҡолаҡҡа ятмаған Тәкәббер халыҡты башҡаса күрмәҫһең.


Ишағыяһ пәйғәмбәр Хизкияһ батшаға килеп: – Был кешеләр һиңә нимә тип әйтте, ҡайҙан килгәйнеләр? – тип һораны. – Улар миңә алыҫ бер илдән, Бабилдан килделәр, – тип яуап бирҙе уға Хизкияһ.


Раббы йыраҡтағы ҡәүемдәрҙе – әләм күтәреп, Ер сигендә йәшәгәндәрҙе һыҙғырып саҡырыр; Улар бик тиҙ килеп етер.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!


Бына, Мин төньяҡтағы батшалыҡтарҙың Барса ҡәүемдәрен саҡырып алам, – тип белдерә Раббы. – Улар килер, батшалары тәхеттәрен Йәрүсәлим ҡапҡаларының алдына, Йәрүсәлимдең диуарҙарын уратып, Йәһүҙәнең бөтә ҡалалары ҡаршыһына ҡуйыр.


Бур тотолоп оятҡа ҡалғандай, Исраил халҡы батшалары, башлыҡтары, ҡаһиндары, Пәйғәмбәрҙәре менән бергә хур булыр.


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Ҡәүемдәргә белдерегеҙ, Йәрүсәлимгә иғлан итегеҙ: „Алыҫ илдән ҡамаусылар килә, Йәһүҙә ҡалаларына ҡаршы Уларҙың яу ораны яңғырай!“


Исраилдың һәм Йәһүҙәнең халҡы Миңә бөтөнләй хыянат итте», – тип белдерә Раббы.


Раббы былай ти: «Ана, төньяҡ илдән халыҡ килә, Бөйөк ҡәүем күтәрелә ер сигенән.


Мысырҙы, Йәһүҙәне, Эдомды, Ғаммонды, Моавты, сүлдә йәшәгән һәм сикә сәстәрен ҡырғандарҙы язалаясаҡмын. Асылда, был ҡәүемдәрҙең сөннәте юҡ, ә Исраил нәҫеленең йөрәге сөннәтһеҙ.


Ҡылған бөтә гонаһтарығыҙҙы ташлағыҙ. Үҙегеҙ өсөн яңы йөрәк, яңы рух булдырығыҙ! Ни өсөн һеҙгә үлергә, эй Исраил нәҫеле?


Улар ағзалары теүәл, төҫкә матур, аң-белемгә һәләтле, зирәк һәм аҡыллы, батша һарайында хеҙмәт итерлек булырға һәм Ашпеназ уларҙы халдей яҙмаһына һәм теленә өйрәтергә тейеш ине.


Артабан мин төнгө күренмешемдә дүртенсе януарҙы – ҡот осҡос, дәһшәтле, сағыштырғыһыҙ ҡеүәтле йән эйәһен күрҙем. Уның ауыҙында ҙур тимер тештәр булып, ул бар нәмәне ялмап ашап, емереп бара, ҡалғанын аяҡтары менән тапай. Ул әүәлге януарҙарҙың береһенә лә оҡшамағайны, башында ун мөгөҙө бар ине.


– Эй Исраил нәҫеле, тиҙҙән Мин Һеҙгә ҡаршы бер ҡәүемде ҡотортам, – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, шулай ти. – Улар һеҙҙе Лево-Хамаҫтан алып Ғарава үҙәненә тиклем иҙәсәк.


Ишеттем дә – йөрәк дөпөлдәне, Тауышыңдан ирен дерелдәне, Һөйәктәрем иреп төштө, Тубыҡтарым ҡалтыраны. Тик беҙгә һөжүм итеүселәргә афәт килгән көндө Мин сабыр ғына көтөрмөн.


Ҡанунда былай тип яҙылған: «Был халыҡҡа бүтән телдәрҙә һөйләүселәр аша, сит кешеләрҙең ауыҙҙары менән өндәшермен, әммә ул саҡта ла Мине тыңламаҫтар, – ти Раббы».


Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ.


Раббы алыҫтан, донъяның икенсе осонан, бер ҡәүем ебәрер. Һеҙ телен аңламаған, өлкәндәрҙе хөрмәт итә, кеселәрҙе йәлләй белмәгән аяуһыҙ ул халыҡ ҡанаттарын йәйгән бөркөт һымаҡ өҫтөгөҙгә килеп ябырылыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ