Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 49:19 - Изге Яҙма

19 Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ, Мин эдомдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Мин эдомдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ, Мин эдомдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 49:19
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Беренсе айҙа, ярҙарынан ташып киткән Иорданды кисеп сығып, үҙәндәрҙә йәшәгәндәрҙе көнсығышҡа һәм көнбайышҡа ҡыуып ебәргәндәр нәҡ улар була ла инде.


былай ти: – Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббы! Һин асмандарҙағы Алла! Һин бар халыҡтарҙың батшалыҡтары өҫтөнән хакимлыҡ итәһең. Һинең ҡулыңда – көс һәм ҡөҙрәт, һис кем Һиңә ҡаршы тора алмай!


Бышҡырһа, йәшен йәшнәгән һымаҡ; Күҙҙәре – таң нурҙарына оҡшаш.


Әгәр эш ҡеүәттә булһа, Ул ҡеүәтле! Ғәҙеллек юлларға булһа, Кем Уны хөкөм ҡаршыһына килтерә ала?


Ғәйепһеҙмен! Тик миңә инде барыбер – Мин туйҙым бындай тормоштан.


Ул тоғро ярҙамсым, ҡәлғәм, Ышығым, Ҡотҡарыусым, ҡалҡаным! Мин Уға һыйынам; Ул миңә халыҡтарҙы буйһондора.


Төндә йырлаған йырҙарым иҫкә төшә, Үҙ-үҙем менән һөйләшәм, Күңелдәге һорауҙарыма яуап эҙләйем:


«Мәңгелеккә ваз кистеме бөйөк Хаким? Инде һис кенә лә хуш күрмәҫме?


Кешеләрҙе ташҡындай йыуып ташлайһың, Улар – тик төш; бары үлән һымаҡ: Иртән шытып сыға, сәскә ата, Кискә һулып төшә, ҡороп ҡата.


Енәйәттәребеҙҙе алдыңа һалдың, Йәшерен гонаһтарыбыҙҙың барыһын Йөҙөңдөң яҡтыһына сығарҙың.


Йә Раббы, илаһтар араһында Һинең кеүек кем бар? Мөҡәддәслегендә олпат, данында дәһшәтле, Мөғжизәләр тыуҙырыусы Һинең һымаҡ кем бар?


«Мине кем менән сағыштырырһығыҙ? Кем Минең менән тиңләшә ала?» – ти Изге.


Әүәлдән, борон-борондан булғандарҙы иҫкә төшөрөгөҙ, Алла – Мин һәм башҡаһы юҡ, Мин Алла, Минең һымаҡ юҡ.


«Йәйәүлеләр менән ярышып хәлдән таяһың икән, Аттар менән нисек ярышырһың? Тыныс илдә һөрлөгөп ятаһың икән, Иордан буйындағы шырлыҡтарҙы нисек үтерһең?


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Юлбашсылары – үҙҙәренән булыр, Хакимдары үҙ араларынан сығыр. Уны Үҙемә яҡынайтырмын, Ул да Миңә яҡынлашыр. Юҡһа, саҡырылмаған килеш кем Миңә яҡынларға баҙнат итер? – тип белдерә Раббы. –


Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр.


Тәүгеһе арыҫланға оҡшағайны, бөркөттөкө кеүек, ҡанаттары бар ине. Шунан мин күрҙем: уның ҡанаттары йолҡондо, кеше һымаҡ ике аяғына торғоҙоп баҫтырылды һәм уға әҙәм йөрәге бирелде.


Уның асыуына кем ҡаршы торор, Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар? Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы, Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала.


Көтөүселәрҙең һыҡтауҙарын ишет, Сөнки иркен болондар тапалды. Йәш арыҫландар үкерә, Сөнки Иордан туғайҙары юҡ булды.


Һуңынан Ҡорах менән уның яҡлыларға былай тине: – Кем Уныҡы икәнлеген, кем Үҙенә яҡынайтырлыҡ изге икәнлеген иртәгә Раббы Үҙе күрһәтер. Кемде һайлап алһа, шуға Үҙенә яҡынайырға рөхсәт итер, – тине.


Ураҡ өҫтө ине. Иордан йылғаһы ярҙарынан сығып ташҡан. Ләкин һандыҡты күтәреп килгән ҡаһиндар, Иорданға килеп етеп, аяҡтарын һыуға тейҙереү менән,


Уларҙың бөйөк нәфрәт көнө килде. Быға кем ҡаршы тора алһын?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ