Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 49:17 - Изге Яҙма

17 Эдом шом һала торған урынға әйләнер, уның янынан үткән-һүткән һәр кем, уның яраларынан ҡото алынып, һыҙғырып ҡуйыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Эдом шом һала торған урынға әйләнер, уның янынан үткән-һүткән һәр кем, уның яраларынан ҡото алынып, һыҙғырып ҡуйыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Эдом шом һала торған урынға әйләнер, уның янынан үткән-һүткән һәр кем, уның яраларынан ҡото алынып, һыҙғырып ҡуйыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 49:17
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә был ҡорам харабаға әйләнер һәм уның янынан үткән һәр кем аптырап, ҡурҡып: «Раббы ниңә был илде һәм ҡорамды шул хәлгә ҡалдырҙы икән?» – тип һыҙғырып ҡуйыр.


Шул арҡала илен ҡот осҡос хәлгә ҡалдырҙы, Мәңгелек хурлыҡҡа дусар итте. Үткән-һүткән һәр кем дәһшәткә төшөп, Аптырап баш сайҡаясаҡ.


Сөнки Үҙем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – Босра ҡалаһы харабаға, ҡурҡыныс урынға әйләнер, хурлыҡҡа ҡалыр һәм ләғнәткә дусар булыр, эргә-тирәһендәге ҡалалар ҙа мәңгелек бушлыҡҡа әйләнер.


Раббының нәфрәте арҡаһында Бер кем дә йәшәмәҫ унда, буп-буш ҡалыр. Бабил аша үткән һәр кемдең ҡото алыныр, Уның яраларына аптырап һыҙғырып ҡуйыр.


Бабил таштар өйөмөнә, Сүл бүреләренең төйәгенә, Ҡот осорғос бер урынға, Кеше йәшәмәҫ ергә, мәсхәрәгә әйләнер.


Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – Мин дә ҡулымды Эдомға ҡаршы күтәрәсәкмен, кешеләрен дә, малдарын да юҡ итәсәкмен, илде бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен. Темандан алып Деданға тиклем эдомдар ҡылыстан ҡырыласаҡ.


Халыҡтарҙың сауҙагәрҙәре һыҙғырҙы, Ахырың ҡурҡыныс булды, Һин мәңгегә юҡҡа сыҡтың».


Исраил халҡының биләмәһе бушап ҡалғанға нисек ҡыуанған булһаң, һинең менән дә шулай эшләйәсәкмен. Эй Сеғир тауҙары – бөтә Эдом иле – емереклеккә әйләнеп, буп-буш ҡаласаҡһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде беләсәктәр».


Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Эй Сеғир тауҙары, Мин һиңә ҡаршымын! Һиңә ҡаршы ҡулымды күтәреп, һине харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм.


Сеғир тауҙарын бушлыҡтарҙың бушлығына әйләндерермен. Унда килгән-киткән ҡалмаҫ.


Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».


Хәүефһеҙ йәшәгән бөйөк ҡаламы был? Маҡтанып эстән генә: «Донъяла миңә тиңдәр юҡ», – тип әйтә ине; Бына хәҙер инде ул хараба, Ҡош-кейектәр өсөн оя булды! Үткән-һүткән һәр кем мәсхәрәләп, Һыҙғырып ебәрер, бот сабыр.


Киләсәк быуын, һеҙҙән һуң тыуған балалар һәм алыҫ илдәрҙән килгән килмешәктәр был илгә ябырылған бәләләрҙе һәм Раббы күндергән ауырыуҙарҙы күрер:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ