4 Моав ҡыйратылды, Балалары ҡысҡырып илай.
Батша был бойороғо менән һәр ҡалала йәшәгән йәһүдтәргә йыйылып үҙ йәндәрен һаҡларға – уларға ҡорал менән һөжүм иткән һәр ҡәүемде бөтә өлкәләрҙә бала-сағаһы һәм ҡатындары менән бергә үлтерергә, ҡырып бөтөрөргә, юҡ итергә, мөлкәттәрен талап алырға хоҡуҡ бирҙе.
Раббы һис йәлләп тормай емергән Ҡалалар кеүек булһын ул кеше! Иртә таңдан һыҡтау тыңлаһын, Төш һуғышҡа саҡырған ауаздар ишетһен!
Хоронаимдан иңрәү яңғырар: „Тар-мар булды ҡала, емерелде!“
Илай-илай Лухиҫҡа күтәреләләр. Хоронаимдан төшкән юлда Һәләкәт арҡаһында аһ-зар яңғырай.