Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 48:13 - Изге Яҙма

13 Исраил халҡы үҙе ышанған Бейт-Ил арҡаһында оятҡа ҡалған кеүек, Моав та илаһы Кемош арҡаһында хур булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Исраил халҡы үҙе ышанған Бейт-Ил арҡаһында оятҡа ҡалған кеүек, Моав та илаһы Кемош арҡаһында хур булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Исраил халҡы үҙе ышанған Бейт-Ил арҡаһында оятҡа ҡалған кеүек, Моав та илаһы Кемош арҡаһында хур булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 48:13
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар Минән йөҙ сөйөрҙө, Сидон алиһәһе Ғаштореҫҡа, Моав илаһы Кемошҡа, Ғаммон илаһы Милкомға табындылар. Сөләймәндең атаһы Дауыт кеүек йәшәмәйенсә, Минең юлымдан тайпылдылар, Минең күҙемдә яҡшы булған ғәмәлдәр ҡылманылар, ҡанундарымды тотманылар, бойороҡтарымды үтәмәнеләр, Мине ташланылар.


Сөләймән Йәрүсәлимдең көнсығышындағы тауҙа Моавтың ерәнгес илаһы Кемош менән ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Мөләхкә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөттө.


– Бәғелдең пәйғәмбәрҙәрен тотоғоҙ, – тип бойорҙо Ильяс. – Береһе лә ҡасып ҡотола алмаһын! Халыҡ был пәйғәмбәрҙәрҙең барыһын да тотоп алды. Ильяс уларҙы Ҡишон йылғаһы буйына алып барып үлтерҙе.


Раббы Амасъяһҡа ныҡ асыулана һәм уға пәйғәмбәрен ебәрә. Пәйғәмбәр батшаға былай ти: – Ни өсөн ул халыҡтың аллаларына табынаһың һин? Улар үҙ халҡын һинең ҡулыңдан ҡотҡарып ҡала алманы бит.


Моав халҡы табыныу ҡалҡыулыҡтарына килеп Арығансы ялбарһа ла, Доға ҡылыр өсөн изге урындарына барһа ла – Тик бушҡа ғына буласаҡ.


Ул көндө кешеләр, ер йөҙөн тетрәтер өсөн ҡалҡҡан Раббының дәһшәте һәм бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Табыныр өсөн яһаған алтын һәм көмөш боттарын Һуҡыр сысҡан һәм ярғанаттарға ташлап, Ҡаялағы ярыҡтарға, тарлауыҡтарға боҫасаҡ.


Бот яһағандар оятҡа ҡалыр, мәсхәрәгә батыр. Хурлыҡҡа төшөп, бөтәһе бергә китер.


Ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары, Йыйылығыҙ, яҡыныраҡ килегеҙ! Ағас боттарын йөкмәгән, Ҡотҡара алмаған илаһҡа доға ҡылғандар Бер нәмә лә белмәй.


Әммә уны һауыттан һауытҡа түгер кешеләрҙе ебәрер көндәрем килә, – тип белдерә Раббы. – Уны түгеп, һауыттарын бушатырҙар, көршәктәрен ватырҙар.


«Селпәрәмә килде! Ҡайһылай илашалар. Оятҡа ҡалып артына боролдо!» Тирә-яғындағылар өсөн Мәсхәрә һәм дәһшәт өлгөһө булды Моав!


Башыңа бәлә килде, Моав! Илаһ Кемоштың халҡы юҡ булды, Улдарың һөргөнгә ебәрелде, Ҡыҙҙарың тотҡонлоҡҡа эләкте.


Эштәреңә, байлығыңа ышанғанға күрә Һин дә ҡулға төшөрһөң, эй Моав. Илаһың Кемош үҙенең ҡаһиндары, Түрәләр менән бергә һөргөнгә китер.


Һин үҙ илаһың Кемош биргән ерҙәргә хужа түгелһеңме ни? Ә Аллабыҙ Раббы биргән ерҙәргә беҙ үҙебеҙ хужа буласаҡбыҙ!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ