Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 47:6 - Изге Яҙма

6 Эй Раббы ҡылысы, Ҡасанға тиклем һин тынысланырһың? Ҡыныңа ҡабат инеп ят, Туҡта һин, тын!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Эй Раббы ҡылысы, Ҡасанға тиклем һин тынысланырһың? Ҡыныңа ҡабат инеп ят, Туҡта һин, тын!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Эй Раббы ҡылысы, Ҡасанға тиклем һин тынысланырһың? Ҡыныңа ҡабат инеп ят, Туҡта һин, тын!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 47:6
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Авнер Йоавҡа былай тип ҡысҡырҙы: – Ҡасанға тиклем бер-беребеҙҙе ҡылыстан ҡырырбыҙ? Әллә һин бының ҡайғы-хәсрәт кенә килтеререн белмәйһеңме? Кешеләреңә: «Үҙ туғандарыбыҙҙы эҙәрләмәйек», – тип ниңә һаман әйтмәйһең?


Шунан Раббы Үҙенең фәрештәһенә бойора һәм тегеһе ҡылысын кире ҡынына тыға.


Уның хозурындағы балҡыштан, Болоттарҙы үтә тишеп, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙҙар яуҙы.


Балта оҫтаһы алдында балта маһайырмы? Бысҡы уны тартыусы ҡаршыһында эреләнерме? Ҡулындағы таяғы кешенең үҙен күтәреп ырғытырмы? Күҫәк үҙен күтәргән кешене күтәрерме?


«Ҡайғы Ашшурға – асыуымдың күҫәгенә! Ярһыуымдың таяғы – уның ҡулында!


Сүлдәге яланғас ҡалҡыулыҡтар буйлап Баҫҡынсылар килә. Раббының ҡылысы илде Бер остан икенсеһенә тиклем ҡырып һалыр, Тынғылыҡ ҡалмаҫ бөтә йән эйәһенә.


Ҡасанғаса ер ҡайғырып ятыр? Яландарҙа бөтә үлән ҡорор? Был ерҙә йәшәгәндәрҙең яуызлығы арҡаһында Йәнлектәр һәм ҡоштар һәләк була. Был әҙәмдәр иһә әйтә: «Ул беҙҙең ахырыбыҙҙы күрмәй».


Уларҙың башына дүрт төрлө ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. – Ҡырыр өсөн ҡылыс, йолҡҡослар өсөн эттәр, тамаҡлап юҡ итер өсөн күк ҡоштары һәм ҡыр йәнлектәре юллайым.


– Йермеяһ, һин уларға, Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай тип әйтә тиң: «Эсегеҙ, иҫерегеҙ, ҡоҫоғоҙ, йығылығыҙ ҙа башҡа тормағыҙ, сөнки Мин һеҙҙең өҫтөгөҙгә ҡылыс ебәрәм».


Ҡасанға тиклем күрермен яу әләмен? Ҡасанғаса борғо тауышы ҡолағымда яңғырар?


Раббы эшен әпен-төпөн башҡарғанға ләғнәт төшһөн! Ҡылысын ҡан ҡойоуҙан тотҡарлағанға ләғнәт төшһөн!


Халдейҙарға ҡаршы – ҡылыс! – тип белдерә Раббы. – Бабилда йәшәгәндәргә, Түрәләренә, аҡыл эйәләренә – ҡылыс!


Йәки Мин был илгә ҡылыс ебәрһәм һәм: «Ҡылыс, ил буйлап үт!» – тип бойорһам, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы ҡыра башлаһам,


Ҡылысыңды ҡынына тыҡ! Мин һине яратылған ереңдә, Тыуған тупрағыңда хөкөм итәсәкмен.


«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


Ғайса Петрусҡа: – Ҡылысыңды ҡыныңа тығып ҡуй! Атам биргән туҫтаҡтан эсмәҫ инемме ни? – тине.


Өс төркөм дә борғо ҡысҡыртырға тотондо, көршәктәрен бәреп ватты! Һул ҡулдарына яҡтыртҡыстарын, уң ҡулдарына мөгөҙ борғоларын тотҡандар: «Раббы өсөн, Гидғон өсөн ҡылыс!» – тип һөрәнләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ