Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 44:27 - Изге Яҙма

27 Мин уларҙы яҡшылыҡ өсөн түгел, яманлыҡ өсөн күҙәтәсәкмен. Мысыр ерендәге бөтә йәһүҙиҙәр, тулыһынса юҡ ителгәнгә тиклем, ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

27 Мин уларҙы яҡшылыҡ өсөн түгел, яманлыҡ өсөн күҙәтәсәкмен. Мысыр ерендәге бөтә йәһүҙиҙәр, тулыһынса юҡ ителгәнгә тиклем, ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Мин уларҙы яҡшылыҡ өсөн түгел, яманлыҡ өсөн күҙәтәсәкмен. Мысыр ерендәге бөтә йәһүҙиҙәр, тулыһынса юҡ ителгәнгә тиклем, ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 44:27
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халҡымдың иҫән ҡалғандарынан баш тартам, уларҙы дошмандары ҡулына тапшырам. Дошмандары уларҙы талап, үҙҙәренә табыш итер.


Ҡара, бөгөн һине ҡәүем һәм батшалыҡтар өҫтөнән Йолҡоп ташлау, емереү, юҡ итеү һәм һәләк ҡылыу, Төҙөү һәм үҫтереү өсөн ҡуям!


Мин был ҡалаға яҡшылыҡ түгел, яманлыҡ ҡылырға ҡарар иттем, – тип белдерә Раббы. – Был ҡала Бабил батшаһы ҡулына тапшырыласаҡ, батша уны утта яндырасаҡ».


Элек Мин был халыҡты тамырынан йолҡоп алыр, емереп ташлар, юҡҡа сығарыр, һәләк итер һәм бәләгә төшөрөр өсөн күҙәткән булһам, инде төҙөгәндә һәм тамырландырғанда ла уларҙан күҙемде алмам, – тип белдерә Раббы. –


– Бар, Куш кешеһе Ғәвәд-Мәләхкә әйт, «Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Бына, был ҡала тураһында әйткән һүҙҙәремде ғәмәлгә ашырам, уға яҡшылыҡ түгел, яманлыҡ килтерәм. Көнө еткәс, һин быларҙы үҙ күҙҙәрең менән күрерһең.


һеҙ өрккән ҡылыс унда, Мысыр ерендә, артығыҙҙан ҡыуып етәсәк! Һеҙ ҡурҡҡан аслыҡ унда, Мысырҙа, эҙәрләйәсәк, шунда үләсәкһегеҙ.


Иҫән ҡалған һәм, төйәкләнмәк булып, Мысырға юлланған йәһүҙиҙәрҙе һәләк итәсәкмен. Улар барыһы ла юҡ ителер, Мысыр тупрағына йығылыр. Ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырылыр. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем ҡылыстан һәм аслыҡтан үлер, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә, хурлыҡ һәм мәсхәрәгә дусар булыр.


Мысырҙа йәшәүселәрҙе, Йәрүсәлимде язалаған кеүек, ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын менән язалаясаҡмын.


Иҫән ҡалған һәм Мысырҙа төйәкләнергә тип киткән йәһүҙиҙәрҙең береһе лә ҡотолоп ҡалмаҫ, Йәһүҙәгә ҡайта алмаҫ. Улар бөтөн булмыштары менән Йәһүҙәгә ҡайтырға ашҡыныр, ләкин ҡасып киткәндәрҙең бик аҙы ғына әйләнеп ҡайтыр».


Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүҙән, түкмә ҡорбан килтереүҙән туҡтағаны бирле юҡсыллыҡтан интегәбеҙ, ҡылыстан, аслыҡтан ҡырылабыҙ.


Шуның өсөн күреп тороғоҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы, – Мин был халыҡҡа әрем ашатасаҡмын, ағыулы һыу эсерәсәкмен.


Мин уларҙы үҙҙәре лә, ата-бабалары ла белмәгән ҡәүемдәр араһына таратам, тотош юҡ иткәнгә тиклем арттарынан ҡылыс ебәрәм.


Һиндә йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшө ҡала эсендә ҡырғындан үләсәк, аслыҡтан ҡырыласаҡ. Өстән бер өлөшө ҡаланың тирә-яғында ҡылыстан һәләк буласаҡ. Ҡалған өсөнсө өлөшөн төрлө тарафтарға елгә таратасаҡмын, арттарынан яланғас ҡылыс менән эҙәрләйәсәкмен.


Көнөң бөттө! Еттең ахырыңа! Бына ул һиңә яҡыная.


Раббы ҡаза ебәреүҙе кисектермәне, беҙгә бәлә йүнәлтте. Аллабыҙ Раббы Үҙенең барлыҡ ғәмәлдәрендә лә хаҡ, ә беҙ Уға ҡолаҡ һалманыҡ.


Раббы Хаким Үҙ ҡарашын Гонаһлы батшалыҡҡа йүнәлтте: «Мин уны ер йөҙөнән юҡ итәм, Ләкин Яҡуп нәҫелен тотош юҡ итмәйәсәкмен. – Раббы шулай тип белдерә. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ