Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 44:26 - Изге Яҙма

26 Ләкин, Мысыр ерендә йәшәгән бөтә Йәһүҙә халҡы, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: Мин Үҙемдең бөйөк исемем менән ант итәм! – ти Раббы. – Бүтәнсә Йәһүҙәнең Мысыр ерендә йәшәгән халҡынан һис кем, исемемде ауыҙына алып, „Тере Раббы Хаким шаһит!“ тип ант итмәйәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Ләкин, Мысыр ерендә йәшәгән бөтә Йәһүҙә халҡы, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: Мин Үҙемдең бөйөк исемем менән ант итәм! – ти Раббы. – Бүтәнсә Йәһүҙәнең Мысыр ерендә йәшәгән халҡынан һис кем, исемемде ауыҙына алып, „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итмәйәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Ләкин, Мысыр ерендә йәшәгән бөтә Йәһүҙә халҡы, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: Мин Үҙемдең бөйөк исемем менән ант итәм! – ти Раббы. – Бүтәнсә Йәһүҙәнең Мысыр ерендә йәшәгән халҡынан һис кем, исемемде ауыҙына алып, „Тере Раббы Хаким шаһит!“ тип ант итмәйәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 44:26
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Раббы былай ти: «Берҙән-бер улыңды йәлләмәйсә, Быны эшләгәнең өсөн – Барлығым менән ант итәм –


Ҡотҡар мине ҡан түгеүҙән, эй Алла, Һәм телем ғәҙеллегеңде данлар, Эй мине ҡотҡарыусы Алла!


Раббы Үҙенең уң ҡулын, Көслө ҡулын, күтәреп ант итте: «Инде ашлығыңды дошмандарға ризыҡ итеп бирмәм, Яттар һинең михнәтләнеп Һыҡҡан шарабыңды эсмәҫ бүтән.


Ә инде был бойороҡтарымды үтәмәһәгеҙ, исемем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – был һарай харабаға әйләнер“».


Ә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән түрәләрен, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалып, шул илдә йәки Мысырҙа йәшәгәндәрҙе ашарға ярамаҫлыҡ ошо серек инжир кеүек итәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –


Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».


Шуға күрә Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, башығыҙға афәт ебәрергә, бөтә Йәһүҙә халҡын юҡ итергә ҡарар иттем.


Иҫән ҡалған һәм Мысырҙа төйәкләнергә тип киткән йәһүҙиҙәрҙең береһе лә ҡотолоп ҡалмаҫ, Йәһүҙәгә ҡайта алмаҫ. Улар бөтөн булмыштары менән Йәһүҙәгә ҡайтырға ашҡыныр, ләкин ҡасып киткәндәрҙең бик аҙы ғына әйләнеп ҡайтыр».


– Эй Мысыр ерендә булған Йәһүҙә халҡы, Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ, – тине Йермеяһ бөтә халыҡҡа һәм айырыуса ҡатындарға. –


Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша былай тип белдерә: «Барлығым менән ант итәм, Башҡа тауҙар араһында ҡалҡып торған Тавор, Диңгеҙ буйындағы Кармәл һымаҡ Ҡеүәтле берәү киләсәк.


Сөнки Үҙем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – Босра ҡалаһы харабаға, ҡурҡыныс урынға әйләнер, хурлыҡҡа ҡалыр һәм ләғнәткә дусар булыр, эргә-тирәһендәге ҡалалар ҙа мәңгелек бушлыҡҡа әйләнер.


Улар: „Тере Раббы шаһит!“ – тип әйтһә лә, Асылда, биргән анттары ялған».


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең барлығы менән ант итте: «Һине саранча тубы баҫып алғандай, Дошман сиреүе менән тултырасаҡмын. Һиндә уларҙың еңеү ауаздары яңғырап торор».


Урлашаһығыҙ, кеше үлтерәһегеҙ, зина ҡылаһығыҙ, ялған ант бирәһегеҙ, Бәғелгә хуш еҫ төтәтәһегеҙ, үҙегеҙ элек белмәгән илаһтарға эйәрәһегеҙ.


Эй Исраил халҡы, Раббы Хаким былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламайһығыҙ икән, китеп, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең боттарығыҙға табынығыҙ. Әммә бүләктәрегеҙ һәм боттарығыҙ менән Минең изге исемемде башҡаса бысратаһы булмағыҙ.


Һин, Исраил, уйнаш итһәң дә, исмаһам, Йәһүҙә ғәйепкә тарымаһа ине. Гилгалға йөрөмәгеҙ, Бейт-Ауенға сыҡмағыҙ, Унда: „Тере Раббы шаһит!“ – тип ант итмәгеҙ.


Яндырыр өсөн мәйетте алырға килгән туғаны, уны өйҙән сығарғанда, эстә ҡалыусынан: «Унда һинең менән кем бар?» – тип һорар. Тегеһе: «Бер кем дә юҡ», – тип яуап бирер. Шул саҡ ул: «Шым! Раббы исемен телгә алма», – тиер.


Раббы Хаким Үҙе менән ант итә, Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, былай ти: «Яҡуптың тәкәбберлегенән екһенәм, Уның ҡәлғәләрен күрә алмайым. Бар халҡы менән ҡалаһын Дошман ҡулына тапшырам».


Раббы Яҡуптың ғорурлығы менән ант итте: «Уларҙың ҡырын эштәрен мәңге онотаһым юҡ.


Һин уларға әйт: «Барлығым менән ант итәм, һеҙ Минән көткән яуызлыҡтарҙы эшләрмен, – тип белдерә Раббы. –


Улар Минең тыныс-имен урыныма бер ҡасан да инмәйәсәк тип, Алла кем тураһында ант итте һуң? Тыңлауһыҙҙар тураһында түгелме?


Ибраһимға вәғәҙә биргәндә Алла, ант итерлек Үҙенән бөйөгөрәк бер кем дә булмағас, Үҙенең барлығы менән ант итә.


Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ