Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 44:23 - Изге Яҙма

23 Хуш еҫ төтәтеп, һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, Уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, ҡануны, ҡағиҙә һәм күрһәтмәләре буйынса йәшәмәнегеҙ, шуға күрә лә, бөгөн күргәнегеҙсә, башығыҙға был афәт килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Хуш еҫ төтәтеп, һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, Уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, ҡануны, ҡағиҙә һәм күрһәтмәләре буйынса йәшәмәнегеҙ, шуға күрә лә, бөгөн күргәнегеҙсә, башығыҙға был афәт килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Хуш еҫ төтәтеп, һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, Уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, ҡануны, ҡағиҙә һәм күрһәтмәләре буйынса йәшәмәнегеҙ, шуға күрә лә, бөгөн күргәнегеҙсә, башығыҙға был афәт килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 44:23
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уларға: «Ата-бабаларын Мысыр еренән алып сыҡҡан Аллалары Раббынан баш тартып, башҡа илаһтарға эйәрҙеләр, шуларға табындылар һәм хеҙмәт иттеләр. Бына шуның өсөн Раббы уларға бөтә был бәлә-ҡазаларҙы күндерҙе», – тип яуап бирерҙәр.


Раббының ҡанундарынан, ата-бабалары менән төҙөгән килешеүенән, күрһәтмәләренән ваз кисеп, мәғәнәһеҙ боттарға табындылар һәм үҙҙәре лә мәғәнәһеҙгә әйләнделәр. Раббының эргә-тирәләрендәге ҡәүемдәр һымаҡ эшләмәҫкә бойороуына ҡарамаҫтан, тап шулар кеүек йәшәй башланылар.


Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.


Ата-бабаларыбыҙ ошолай ҡыланған өсөн, Алла беҙгә һәм ҡалабыҙға бөтә был бәләләрҙе килтермәнеме ни? Ә һеҙ шәмбе көнөн нәжесләп, Уның Исраилға асыуын арттыраһығыҙ, – тинем.


Ниңә әле ят ҡәүемдәр: «Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?» – тип көлә. Ҡолдарыңдың түгелгән ҡандары өсөн үс алыуың Күҙ алдыбыҙҙа бар ҡәүемдәргә мәғлүм булһын.


Уларға әйт, Раббы былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламаһағыҙ, Мин һеҙгә биргән ҡанун буйынса йәшәмәһәгеҙ,


Инде әйткәнен эшләне, һәләкәт юлланы, сөнки һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, шуға күрә ошо бәлә-ҡазаға юлыҡтығыҙ.


Бына бөгөнгә тиклем һеҙ Миңә буйһонмайһығыҙ, Минән ҡурҡмайһығыҙ, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән ҡанун һәм ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәйһегеҙ бит».


Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүҙән, түкмә ҡорбан килтереүҙән туҡтағаны бирле юҡсыллыҡтан интегәбеҙ, ҡылыстан, аслыҡтан ҡырылабыҙ.


– Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәнең барлыҡ ҡалаларына ебәргән бөтә һәләкәттәрҙе күрҙегеҙ. Ана, улар хәҙер емерелеп ята, уларҙа бер кем дә йәшәмәй.


– Һеҙҙең, ата-бабаларығыҙҙың, батшаларығыҙҙың, түрәләрегеҙҙең, ил халҡының Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында хуш еҫ төтәтеүен иҫкә алманымы икән Раббы? – тип яуапланы. – Шул Уға барып етмәнеме икән?


Йәһүҙә кешеләре ҡылған яуызлыҡтар өсөн булды был. Улар, үҙҙәре лә, һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ят илаһтарға хуш еҫ төтәтеп, уларға хеҙмәт итеп, Мине асыуландырҙылар.


Ни өсөн һеҙ үҙ ҡулдарығыҙ эшләгән боттарығыҙ менән Мине асыуландыраһығыҙ, үҙегеҙ йәшәргә тип килгән Мысыр ерендә сит илаһтарға хуш еҫ төтәтәһегеҙ? Былай бит һеҙ үҙегеҙҙе һәләк итәһегеҙ. Ерҙәге бөтә ҡәүемдәрҙең ҡарғыш һәм мәсхәрәһенә дусар буласаҡһығыҙ!


Оло гонаһ ҡылды Йәрүсәлим, Шул арҡала үҙен нәжескә батырҙы. Элек хөрмәт иткәндәр һәммәһе Инде уға мыҫҡыл итеп ҡарай, Сөнки уның яланғаслығын күрҙеләр. Ул үҙе лә ауыр һулай, Ситкә боролоп, йөҙөн йәшерә.


Беҙгә, Мусаның ҡанунында яҙылғанса, ошо бөтә бәләләр ябырылды, әммә беҙ ялбарыу менән Аллабыҙ Раббыға мөрәжәғәт итмәнек, үҙ гонаһтарыбыҙҙан ҡайтманыҡ, Уның хәҡиҡәтен таныманыҡ.


Әлбиттә, юҡ. Әммә мәжүсиҙәр Аллаға түгел, ендәргә ҡорбан сала. Ә мин һеҙҙең ендәр менән аралашыуығыҙҙы теләмәйем.


Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит: «Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн; уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр», – тип әйткән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ