Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 44:16 - Изге Яҙма

16 – Раббы исеменән һөйләгән һүҙҙәреңде тыңламайбыҙ! – тип яуап ҡайтарҙы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 – Раббы исеменән һөйләгән һүҙҙәреңде тыңламайбыҙ! – тип яуап ҡайтарҙы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 – Раббы исеменән һөйләгән һүҙҙәреңде тыңламайбыҙ! – тип яуап ҡайтарҙы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 44:16
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әйтәләр: «Тышауҙарын өҙәйек, Бығауҙарын алып ырғытайыҡ!»


Әммә фирғәүен: – Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы.


Мин саҡырҙым – һеҙ тыңламанығыҙ, ҡулымды һуҙҙым – һис берәү иғтибар бирмәй.


Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!


Улар әйткәндәремде тыңлауҙан баш тартҡан ата-бабаларының гонаһтарын ҡабатлай, бүтән илаһтар артынан эйәрәләр, уларға хеҙмәт итәләр. Исраил һәм Йәһүҙә нәҫелдәре ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде боҙҙо.


Әммә тыңламанылар, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалманылар. Һәр кем яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәре буйынса йәшәне. Шуға күрә Мин, үтәргә бойорғандарҙы эшләмәгәндәре өсөн, килешеүҙә яҙылған бөтә ләғнәттәрҙе уларҙың башына ебәрҙем».


Әйткәндәремде тыңларға теләмәгән, йөрәктәренең тиҫкәрелеге буйынса йәшәгән, башҡа илаһтарға эйәргән, уларға хеҙмәт иткән, сәждә ҡылған был яман халыҡ ошо бер нәмәгә яраҡһыҙ билбау һымаҡ булып ҡалыр.


Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.


Түрәләр батшаға: – Был кешене үлтерергә кәрәк, – тине, – сөнки ул, бындай һүҙҙәрҙе һөйләп, Йәрүсәлимдә ҡалған яугирҙәрҙең һәм халыҡтың рухын төшөрә. Был әҙәм халыҡҡа яҡшылыҡ түгел, һәләкәт теләй.


Әгәр ҙә инде: „Был илдә йәшәргә теләмәйбеҙ, – тип Аллағыҙ Раббының һүҙенә буйһонмаһағыҙ, –


Һошағъяһ улы Ғазаръяһ, Ҡареах улы Йоханан һәм башҡа тәкәббер әҙәмдәр уға: – Ялған һөйләйһең! – тине. – Аллабыҙ Раббы һине: «Мысырға бармағыҙ, унда төйәкләнмәгеҙ», – тип әйтергә ебәрмәгән.


– Эй Мысыр ерендә булған Йәһүҙә халҡы, Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ, – тине Йермеяһ бөтә халыҡҡа һәм айырыуса ҡатындарға. –


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Үҙегеҙ ҙә, ҡатындарығыҙ ҙа, телегеҙ нимә һөйләһә, ҡулығыҙ шуны эшләне. „Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтербеҙ, түкмә ҡорбандар килтерербеҙ тип әйткән нәҙерҙәребеҙҙе мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ“, – тиһегеҙ. Биргән вәғәҙәләрегеҙҙә ныҡ тороғоҙ әйҙә, әйткәндәрегеҙҙе теүәл үтәгеҙ!


Раббы былай ти: «„Юлдар сатына баҫып байҡағыҙ. Боронғо юлдарҙы һорашығыҙ, Иң яҡшы юлды һайлап барығыҙ, Шунда йәнегеҙ тыныслыҡ табыр“, – тип әйттем. Тик һеҙ: „Ул юл менән бармайбыҙ“, – тинегеҙ.


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Улар язаланған мәлдә Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Мин иғтибар менән тыңлап торҙом: Улар дөрөҫөн һөйләмәй. Һис кем: „Нишләнем мин?“ – тимәй, Яуызлыҡ ҡылғанына үкенмәй. Күҙе тоноп, яуға йомолған ат һымаҡ Һәр береһе үҙ юлынан саба бирә.


Бына хәҙер мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, мин ҡуйҙырған һәйкәлгә сәждә ҡылырға әҙер тороғоҙ, әгәр сәждә ҡылмаһағыҙ, һеҙҙе кисекмәҫтән янып торған мейескә ташларҙар – шул сағында ниндәй илаһ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡарыр икән, ҡарап ҡарарбыҙ.


Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, артынса уҡ илселәр ебәргән.


Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында алып килегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.


Халыҡ барыбер Шемуилдың әйткәндәрен тыңларға теләмәне. – Юҡ, беҙҙең өҫтән батша булһын, – тинеләр. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ