Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 44:1 - Изге Яҙма

1 Мысыр ерендәге Мигдол, Тахпанхес, Ноф ҡалаларында, Паҫрос ерендә йәшәгән бөтә йәһүҙиҙәр тураһында Йермеяһҡа ошондай һүҙ булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Мысыр ерендәге Мигдол, Тахпанхес, Ноф ҡалаларында, Патрос ерендә йәшәгән бөтә йәһүҙиҙәр тураһында Йермеяһҡа ошондай һүҙ булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Мысыр ерендәге Мигдол, Тахпанхес, Ноф ҡалаларында, Паҫрос ерендә йәшәгән бөтә йәһүҙиҙәр тураһында Йермеяһҡа ошондай һүҙ булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 44:1
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

паҫруси, каслухи (уларҙан пелештиҙәр тарала) һәм кафториҙарҙың тәүбабаһы булды.


– Исраил халҡына әйт: кире боролһондар ҙа Пи-Һахироҫ янында, Мигдол менән Ҡамышлы диңгеҙ араһында, Бәғел-Сефон ҡаршыһында, диңгеҙ буйында туплам булып урынлашһындар.


Ул көн бөйөк Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Паҫростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.


Соған башлыҡтары ахмаҡ булды; Ноф түрәләре үҙҙәрен үҙҙәре алдай; Мысыр ҡәбиләләренең башлыҡтары Мысырҙы юлдан яҙҙырҙы.


Өҫтәүенә, Ноф менән Тахпанхес халҡы башыңды ярҙы!


Ә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән түрәләрен, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалып, шул илдә йәки Мысырҙа йәшәгәндәрҙе ашарға ярамаҫлыҡ ошо серек инжир кеүек итәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –


Ул Мысыр ерендәге Ҡояш йортона урынлаштырылған табыныу бағаналарын емерер, Мысыр илаһтарының ҡорамдарын яндырыр“».


Ҡатындарының бүтән илаһтарға хуш еҫ төтәткәнен белгән ир-аттар, шунда күмәкләшеп баҫып торған ҡатындар – оло бер йыйын – һәм Мысырҙың Паҫрос ерендә йәшәгән барса халыҡ Йермеяһҡа:


«Мысырға хәбәр итегеҙ, Мигдолға ишеттерегеҙ, Нофта, Тахпанхеста иғлан итеп әйтегеҙ: „Аяғүрә баҫ, әҙерлән, Әйләнә-тирәңдәгеләрҙе ҡылыс ялмай“.


Эй Мысырҙа йәшәүселәр, Кәрәк-ярағығыҙҙы әҙерләгеҙ, Һөргөнгә китәсәкһегеҙ, Сөнки Ноф бушлыҡҡа әйләнәсәк, Емерелеп, кешеһеҙ ҡаласаҡ».


Шуға күрә ҡара, һиңә һәм йылға-ҡултыҡтарыңа ҡаршымын. Мысыр ерен Мигдолдан Асуанға, Куштың сигенә тиклем ташландыҡ ергә әйләндерәсәкмен.


Уларҙы әүәлге тормоштарына ирештереп, тыуған ерҙәре Паҫросҡа кире ҡайтарырмын. Шунда улар көсһөҙ генә бер батшалыҡ булыр.


Раббы Хаким былай ти: «Мин бөтә боттарҙы емерәм, Нофтағы илаһ һындарын юҡҡа сығарам. Инде Мысырҙа хаким ҡалмаясаҡ, илгә дәһшәт һаласаҡмын.


Мин Паҫросты ташландыҡ урынға әйләндерәм, Соған ҡалаһына ут төртәм, Но ҡалаһын хөкөм итәм.


Мысырға ут һалам. Син сикһеҙ ғазапҡа ҡалыр, Но ҡалаһының диуарын емерәсәктәр, Нофҡа көпә-көндөҙ дошман ябырыласаҡ.


Мин Мысыр кейҙергән ҡалыпты ватҡан саҡта, Тахпанхеста көн яҡтыһы һүнер, шунда уның тәкәббер ҡеүәте тамам булыр, уны ҡара болот ҡаплап алыр, ҡыҙҙары әсирлеккә алып кителер.


Бәләнән ҡасһалар ҙа, Уларҙы Мысыр буйһондорор, Ноф ер ҡуйынына һалыр. Саф көмөшөн ҡый үләне баҫыр, Сатырҙарында сәнскәк үҫер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ