Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 43:2 - Изге Яҙма

2 Һошағъяһ улы Ғазаръяһ, Ҡареах улы Йоханан һәм башҡа тәкәббер әҙәмдәр уға: – Ялған һөйләйһең! – тине. – Аллабыҙ Раббы һине: «Мысырға бармағыҙ, унда төйәкләнмәгеҙ», – тип әйтергә ебәрмәгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Һошағъяһ улы Ғазаръяһ, Кареах улы Йоханан һәм башҡа тәкәббер әҙәмдәр уға: – Ялған һөйләйһең! – тине. – Аллабыҙ Раббы һине: «Мысырға бармағыҙ, унда төйәкләнмәгеҙ», – тип әйтергә ебәрмәгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Һошағъяһ улы Ғазаръяһ, Ҡареах улы Йоханан һәм башҡа тәкәббер әҙәмдәр уға: – Ялған һөйләйһең! – тине. – Аллабыҙ Раббы һине: «Мысырға бармағыҙ, унда төйәкләнмәгеҙ», – тип әйтергә ебәрмәгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 43:2
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Лут ҡыҙҙарының кейәү буласаҡ егеттәренә барып әйтте: – Тиҙерәк был ҡаланан китегеҙ. Хәҙер Раббы уны һәләк итәсәк! Әммә егеттәр, Лут шаярталыр, тип уйланы.


Навуходоносор батша Сидкияһты Алла исеме менән тоғролоҡҡа ант иттерһә лә, Сидкияһ уға ҡаршы фетнә күтәрә, үҙ һүҙлелегенә барып, бәғерһеҙләнә, хатта Исраил Аллаһы Раббыға табан боролоуҙан баш тарта.


Ҡасанғаса йәнем тынғы тапмаҫ, Күңелемдә көн-төн хәсрәт булыр? Ҡасанға тиклем дошманым өҫтөн ҡалыр?


Һыуҙар беҙҙе йыуып ташлар ине, Ташҡын беҙҙе баҫып китер ине,


Әммә фирғәүен: – Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы.


Әле һин һаман да Минең халҡымдан өҫтөн ҡыланаһың, уны ебәрмәй ҡарышаһың.


Барса тәкәбберҙәр Раббыға ерәнгес, улар аслан язаһыҙ ҡалмаҫ.


Юҡһа туйып һикереп Һинән баш тартырмын, «Раббы кем ул?» – тип әйтермен, йә, хәйерсе хәленә төшөп, урлашырмын, Аллам исеменә тап төшөрөрмөн.


тәкәббер ҡараш, ялғансы тел, ғәйепһеҙҙең ҡанын ҡойған ҡулдар,


Раббынан ҡурҡыу – яуызлыҡты нәфрәт итеү ул; тәкәбберлек һәм әрһеҙлек, золом юлы, ялған һөйләү – мин күрә алмаған сифаттар.


Самария – бары тик Әфраимдың баш ҡалаһы, Ремалъяһтың улы бары тик Самарияның башлығы. Әгәр ҙә ныҡлап ышанмаһағыҙ, Ҡаршы тора алмаҫһығыҙ».


Яҡупҡа хәбәр ебәрҙе бөйөк Хаким, Был һүҙ Исраилдың өҫтөнә төштө.


Тыңлағыҙ һәм ҡолағығыҙға киртегеҙ, Тәкәббер булмағыҙ. Сөнки Раббы шулай тине.


Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.


Миспаға Гедалъяһҡа килделәр. Улар – Неҫанъяһ улы Исмәғил, Ҡареах улдары Йоханан менән Йонаҫан, Танхумәҫ улы Сераяһ, Нетофанан Ғефайҙың улдары, атаһы Мағаханан булған Язанъяһ үҙҙәренең кешеләре менән ине.


Ҡареах улы Йоханан һәм уның менән булған хәрби түрәләр иҫән ҡалғандарҙың һәммәһен – Ахиҡам улы Гедалъяһты үлтергән Неҫанъяһ улы Исмәғилдең Миспала әсир иткән халыҡты – яугирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы һәм һарай әһелдәрен үҙҙәре менән Ғивғондан алып


Барлыҡ хәрби түрәләр, Ҡареах улы Йоханан, Һошағъяһ улы Язанъяһ һәм ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем бөтә халыҡ килеп


Һеҙ бик ҙур хата яһайһығыҙ: «Аллабыҙ Раббыға беҙҙең турала доға ҡыл, Уның әйткәндәрен белдер. Беҙ барыһын да Ул ҡушҡанса эшләрбеҙ», – тип мине Аллағыҙ Раббыға ебәргәйнегеҙ.


Улар иһә Йермеяһҡа: – Раббы һине беҙгә нимә менән ебәрһә лә, теүәл үтәрбеҙ. Быға Раббы Үҙе ышаныслы һәм ғәҙел шаһит булһын, – тинеләр. –


Йермеяһ Аллалары Раббының әйткәндәрен, уның уҙе аша белгерткән һүҙҙәрен бөтә халыҡҡа һөйләп биргәс,


– Раббы исеменән һөйләгән һүҙҙәреңде тыңламайбыҙ! – тип яуап ҡайтарҙы. –


Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә», – тип әйтелгән.


Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ