7 Ун көн үткәс, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.
Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.
Әммә Раббы һеҙгә мәрхәмәт күрһәтер өсөн көтә, Ул тағы һеҙгә рәхимле булырға әҙер, Сөнки Раббы – ғәҙел Алла: Уға өмөт бағлағандар ниндәй бәхетле!
Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йермеяһты Рамала азат иткәндән һуң, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Невузарадан уны Бабилға һөргөнгә ҡыуылған Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә әсирҙәре араһында бығауланған килеш барған сағында табып алғайны.
Йермеяһ Ҡареах улы Йохананды, уның менән булған барлыҡ хәрби түрәләрҙе, ябайынан алып затлыһына тиклем бөтә халыҡты саҡырып алды.
Ете көн үткәс, миңә Раббы һүҙе булды:
Сөнки һиңә күренгәндәр тәғәйен ваҡытҡа ҡарай, Ахыр хаҡында һөйләй, алдамай, Ҡапыл ғәмәлгә ашмаһа ла, үтәлеүен көт, Сөнки мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.