Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 42:14 - Изге Яҙма

14 юҡ, беҙ Мысырға барабыҙ. Унда һуғыш күрмәйәсәкбеҙ, борғо тауышын ишетмәйәсәкбеҙ, асыҡмаясаҡбыҙ, шунда йәшәйәсәкбеҙ“, – тиһәгеҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Юҡ, беҙ Мысырға барабыҙ. Унда һуғыш күрмәйәсәкбеҙ, борғо тауышын ишетмәйәсәкбеҙ, асыҡмаясаҡбыҙ, шунда йәшәйәсәкбеҙ“, – тиһәгеҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 юҡ, беҙ Мысырға барабыҙ. Унда һуғыш күрмәйәсәкбеҙ, борғо тауышын ишетмәйәсәкбеҙ, асыҡмаясаҡбыҙ, шунда йәшәйәсәкбеҙ“, – тиһәгеҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 42:14
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Раббы ҡулынан Мысырҙа үлгәнебеҙ яҡшыраҡ булыр ине, – тине исраилдар. – Унда ҡаҙан тулы ит алдында ултырыр, икмәкте лә туйғансы ашар инек. Һеҙ беҙҙе был сүлгә бөтә халыҡты астан үлтерер өсөн алып килдегеҙ!


Әммә халыҡ үлем сигенә етеп һыуһағайны, шуға күрә Мусаны: – Ниңә һин беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың? Беҙҙе, бала-сағаны, мал-тыуарҙы сарсатып үлтерер өсөнмө? – тип битәрләнеләр.


„Юҡ, беҙ ат менеп ҡасабыҙ!“ – тинегеҙ, – Ярай, улай булғас, ҡасырһығыҙ. „Етеҙ аттарға менеп сабырбыҙ!“ – тинегеҙ. Ярай, һеҙҙе баҫтырыусылар ҙа етеҙ булыр.


Ризалығымды һорамайынса, Фирғәүендән яҡлау эҙләп, Мысыр күләгәһенә һыйынмаҡ булып, Мысырға баралар.


Ярҙам һорап, Мысырға барғандарҙың башына ҡайғы! Аттарға өмөтләнәләр, Яу арбаларының күплегенә, Һыбайлыларҙың көсөнә ышаналар. Ә ҡараштарын Исраилдың Изгеһенә йүнәлтмәйҙәр, Раббыны эҙләмәйҙәр!


Эскенәйем яна! Йәнем әрней. Ғазап талай йөрәгемде! Өнһөҙ ҡала алмайым мин, Дошмандың борғо тауышын, Яу ауазын ишетеп, күңелем тетрәнә.


Ҡасанға тиклем күрермен яу әләмен? Ҡасанғаса борғо тауышы ҡолағымда яңғырар?


Халдейҙарҙан ҡасыр өсөн Мысырға табан юлландылар. Бейт-Ләхәм эргәһендәге Геруҫ-Кимһамда туҡтанылар. Неҫанъяһ улы Исмәғил Бабил батшаһы илгә идарасы итеп ҡуйған Ахиҡам улы Гедалъяһты үлтергәнгә күрә, улар халдейҙарҙан ҡурҡалар ине.


Раббының һүҙен тыңламайынса, Мысырға юлланды һәм Тахпанхесҡа барып етте.


Ни өсөн Раббы беҙҙе ул ергә алып бара һуң, беҙ ҡылыстан ҡыйылһын тиме икән? Ҡатындарыбыҙ, балаларыбыҙ дошманға табыш булыр инде. Мысырға әйләнеп ҡайтыу яҡшыраҡ булмаҫмы икән?


Шунан бер-береһенә: – Үҙебеҙгә етәксе ҡуяйыҡ та Мысырға кире ҡайтайыҡ, – тип әйтә башланылар.


– Һинең беҙҙе һәләк итер өсөн һөт менән бал аҡҡан ерҙән алып сыҡҡаның аҙмы ни? Инде хәҙер өҫтөбөҙҙән хакимлыҡ итергә теләйһең!


Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.


Был килешеү һүҙҙәрен ишетеп берәйһе күңеленән маһайып: «Үҙемдең тиҫкәрелегемә таянып йәшәһәм дә, иҫән-аман булырмын», – тимәһен. Юғиһә был һуғарыулы ерҙе лә, ҡоро тупраҡты ла һәләкәткә килтерер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ