Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 40:10 - Изге Яҙма

10 Беҙгә килгән халдейҙар алдында вәкилегеҙ булыр өсөн мин Миспала ҡалам. Ә һеҙ йәйге емештәр йыйығыҙ, шарап, зәйтүн майы әҙерләп, һауыттарға һалып ҡуйығыҙ, үҙегеҙ биләгән ҡалаларҙа йәшәгеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Беҙгә килгән халдейҙар алдында вәкилегеҙ булыр өсөн мин Миспала ҡалам. Ә һеҙ йәйге емештәр йыйығыҙ, шарап, зәйтүн майы әҙерләп, һауыттарға һалып ҡуйығыҙ, үҙегеҙ биләгән ҡалаларҙа йәшәгеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Беҙгә килгән халдейҙар алдында вәкилегеҙ булыр өсөн мин Миспала ҡалам. Ә һеҙ йәйге емештәр йыйығыҙ, шарап, зәйтүн майы әҙерләп, һауыттарға һалып ҡуйығыҙ, үҙегеҙ биләгән ҡалаларҙа йәшәгеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 40:10
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт тауҙан төшә генә башлағайны, уның ҡаршыһына Мефи-Бошеҫтың хеҙмәтсеһе Сива килеп сыҡты. Ул ике ишәккә ике йөҙ көлсә, йөҙ бәйләм кипкән йөҙөм, йөҙ бәйләм инжир һәм бер турһыҡ шарап артмаҡлатып алғайны.


Ҡайһылай бәхетле һинең кешеләрең, был хеҙмәтселәрең! Улар гелән яныңда булып, бөтә хикмәттәреңде ишетә-күрә йөрөйҙәр.


Үҙ эшенең оҫтаһын күргәнең бармы? Ул ябай кешеләргә түгел, батшаларға хеҙмәт итер.


Үлән шиңеп, йәше ҡалҡып сыҡҡанда, тауҙарҙа бесән йыйып алынғанда,


Шуға Сивма йөҙөмдәре өсөн Мин Яғзер менән бергә илайым. Һеҙҙе күҙ йәштәремә сылатам, Эй Хешбон менән Әлғәле ҡалалары! Сөнки һеҙҙең емеш йыйғандағы, иген урғандағы Шатлыҡлы ауаздарығыҙ туҡтаны.


Шуға күрә Рехав улы Йонадав нәҫеленән һәр саҡ кемдер Минең хозурымда хеҙмәт итәсәк», – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы.


Бер нәмәһе лә булмаған фәҡирҙәрҙең ҡайһы берҙәрен Невузарадан Йәһүҙәлә ҡалдырҙы, уларға йөҙөм баҡсалары, баҫыуҙар бирҙе.


Улар, үҙҙәре ҡасып киткән ерҙәрҙән кире ҡайтып, Йәһүҙәгә Гедалъяһ янына Миспаға килделәр, мул итеп шарап һәм йәйге емештәр тупланылар.


Йермеяһ Миспаға Ахиҡам улы Гедалъяһҡа барҙы һәм уның янында илдә ҡалған халыҡ араһында йәшәй башланы.


Ҡареах улы Йоханан һәм хәрби түрәләр, төрлө илдәргә һибелеп йәшәгән һәм үҙ илдәре Йәһүҙәлә йәшәргә тип кире ҡайтҡан тере ҡалған йәһүҙиҙәрҙе,


Эй Сивманың йөҙөм ағасы, һинең өсөн Яғзер өсөн йәш түккәндән дә нығыраҡ илармын! Тәлгәштәрең диңгеҙ ашып, Диңгеҙгә, Яғзергә етә ине. Емереүсе һинең йәйге емешеңә, Бешкән йөҙөмөңә ташланды.


Ҡайғы миңә! Йәйге уңыш йыйып алынғас, Йөҙөм ҡыуағында бер тәлгәш емеш таба алмаған, Иртә өлгөргән инжирҙән бер бөртөк тә Ауыҙ итә алмаған кешеләй булдым.


Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек, Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.


Әммә ярҙамсың Нун улы Йушағ унда керер. Уны ҡеүәтлә, сөнки был ерҙе биләргә исраилдарҙы ул алып барыр.


Ашлығың йыйылып һуғылғас, йөҙөм баҡсаңдың уңышы йыйылғас, ете көн буйы Ҡыуыш байрамы үткәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ