Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 4:6 - Изге Яҙма

6 Сионға барған юлға билдә ҡуйығыҙ! Тормағыҙ, тиҙерәк ҡасып ҡотолоғоҙ! Сөнки Мин төньяҡтан бәлә, Дәһшәтле һәләкәт ебәрәм».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Сионға барған юлға билдә ҡуйығыҙ! Тормағыҙ, тиҙерәк ҡасып ҡотолоғоҙ! Сөнки Мин төньяҡтан бәлә, Дәһшәтле һәләкәт ебәрәм».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Сионға барған юлға билдә ҡуйығыҙ! Тормағыҙ, тиҙерәк ҡасып ҡотолоғоҙ! Сөнки Мин төньяҡтан бәлә, Дәһшәтле һәләкәт ебәрәм».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 4:6
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сығығыҙ, сыҡ ҡапҡаларҙан! Халыҡҡа юл әҙерләгеҙ! Тупраҡты тигеҙләп юл һалығыҙ, Таштарынан таҙартығыҙ! Халыҡтарға юл күрһәтеп, байраҡ күтәрегеҙ!


Тыңлағыҙ! Бер хәбәр килә! Төньяҡ илдән оло шау-шыу күтәрелә! Ул Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡҡа, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәсәк.


Инде Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә иғлан ит, Раббы былай ти: «Һеҙҙең өҫкә бәлә ебәрергә әҙерләнгән, һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорған көршәксе Мин! Һәр берегеҙ яман юлығыҙҙы ташлағыҙ, тормошоғоҙҙо һәм ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ!»


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Һиңә ҡаршы баҫҡынсылар ебәрәм, Һәр береһенең ҡулында ҡорал булыр. Һинең иң күркәм кедрҙарыңды киҫеп, Уларҙы утҡа атырҙар».


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Ҡасанға тиклем күрермен яу әләмен? Ҡасанғаса борғо тауышы ҡолағымда яңғырар?


«Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!


Илдә һуғыш-ҡыйралыш ауаздары яңғырай!


Бабил диуарҙары ҡаршыһында Байраҡ күтәрегеҙ! Һаҡсыларҙың һанын күбәйтегеҙ, Ҡарауылсылар ҡуйығыҙ, боҫҡон ҡороғоҙ! Сөнки Раббы Үҙенең ниәтен – Бабил халҡына ҡаршы әйткәнен бойомға ашырыр.


Ер йөҙөндә байраҡ күтәрегеҙ, Ҡәүемдәр араһында борғо ҡысҡыртығыҙ; Әҙерләгеҙ халыҡтарҙы, Арарат, Минни, Ашкеназ батшалыҡтарын Бабилға ҡаршы туплағыҙ. Башлыҡ тәғәйенләгеҙ ғәскәргә, Өҫтөнә саранча тубы кеүек аттар ебәрегеҙ.


Бабилдан һыҡтап илаған тауыш ишетелә, Халдей ерендә – оло ҡыйралыш!


«Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә.


Раббы былай ти: «Ана, төньяҡ илдән халыҡ килә, Бөйөк ҡәүем күтәрелә ер сигенән.


Шунан һуң Уның көслө тауыш менән: – Ҡаланы язалаусыларҙың һәр береһе ҡулдарына емергес ҡоралдарын тотоп яҡынлашһын! – тип ҡысҡырғанын ишеттем.


Бына төньяҡҡа ҡараған Юғары ҡапҡа яғынан алты кеше килде. Һәр береһе ҡулына үлемесле ҡорал тотҡайны. Араларында етен кейем кейгән, биленә яҙыу әсбаптары таҡҡан берәү бар ине. Улар эскә инде лә баҡыр ҡорбан усағы янына килеп баҫты.


Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Балыҡ ҡапҡаһынан һыҡтау, Яңы биҫтәһенән ҡысҡырып илау, Барлыҡ түбәләрҙә бөйөк ҡыйралыш шауы яңғырап торор.


Ҡара аттар егелгән яу арбалары төньяҡ, аҡ аттар егелгән арбалар көнбайыш, алмасыуар аттар егелгән арбалар көньяҡ тарафҡа китеп бара.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ