Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 4:30 - Изге Яҙма

30 Эй һин, харабаға әйләнгән ҡала! Ут ҡыҙылдан кейенһәң дә, Алтын биҙәүестәр тағып, Күҙ-ҡашыңа һөрмә тартып Матурланыуыңдан фәтүә юҡ. Уйнаштарың һинән ваз кистеләр, Улар йәнеңде ҡыйырға теләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

30 Эй һин, харабаға әйләнгән ҡала! Ут ҡыҙылдан кейенһәң дә, Алтын биҙәүестәр тағып, Күҙ-ҡашыңа һөрмә тартып Матурланыуыңдан фәтеүә юҡ. Уйнаштарың һинән ваз кистеләр, Улар йәнеңде ҡыйырға теләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 Эй һин, харабаға әйләнгән ҡала! Ут ҡыҙылдан кейенһәң дә, Алтын биҙәүестәр тағып, Күҙ-ҡашыңа һөрмә тартып Матурланыуыңдан фәтүә юҡ. Уйнаштарың һинән ваз кистеләр, Улар йәнеңде ҡыйырға теләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 4:30
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йеһу Изреғилгә юлланды. Быны ишетеп, Изевел күҙҙәренә һөрмә тартты, сәсен-башын тараны. Унан тәҙрә төбөнә баҫып Йеһуҙың килгәнен көтә башланы.


Ул ҡатындың сибәрлеге йөрәгеңде өтмәһен, керпек ҡағыуҙары ҡол итмәһен,


Бына уның ҡаршыһына фәхишәләй кейенгән хәйләкәр ҡатын сыҡты.


Яза көнөндә Алыҫтан өҫтөгөҙгә ҡаза килгәндә ни эшләрһегеҙ? Ярҙам һорап кемгә барырһығыҙ? Байлығығыҙҙы ҡайҙа йәшерерһегеҙ?


Ул көндә был яҡ ярҙа йәшәгәндәр: «Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотолор өсөн беҙ ярҙам һораған, өмөт бағлағандарҙың башына нимәләр килде! Инде беҙ нисек ҡотолорбоҙ икән?» – тиерҙәр.


Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто, Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө: «Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр? Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?»


Һин үҙеңә дуҫ булырға өйрәткән әҙәмдәрҙе Раббы һиңә хакимлыҡ итергә ҡуйһа, ни әйтерһең? Шунда һин тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазапланмаҫһыңмы?


Эй Ливанда төйәкләнгән, Кедр ағасында оя ҡорған әҙәм, Тулғаҡтан ғазапланған ҡатындай Ҡыҙғаныс ыңғырашасаҡһың».


Уйнаштарың барыһы ла һине онотто, Хәҙер һине эҙләмәйҙәр. Мин һине дошман һымаҡ туҡманым, Аяуһыҙ язаға дусар иттем, Сөнки ауыр енәйәтең, Гонаһтарың самаһыҙ күп.


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Мин уйнаштарымды ярҙамға саҡырҙым – Улар иһә алданылар. Йәнде һаҡлар өсөн икмәк эҙләгәндә, Ҡаһиндарым һәм аҡһаҡалдарым Ҡала эсендә үлеп ҡалдылар.


Төн оҙоно әрнеп-әрнеп илай, Күҙ йәштәре йыуа яңаҡтарын. Уйнаштары араһында йыуатыусы һис берәү юҡ, Дуҫтары уға хыянат итте, дошман булды.


Күҙ талдырып бушҡа ярҙам көттөк; Беҙҙе ҡотҡара алмаҫ ҡәүемде Манаранан күҙләп юҡҡа өмөтләндек.


Һин Ғедәндә – Алла баҡсаһында – инең; Аҫыл таштар менән биҙәлгәйнең: Ҡыҙыл яҡут, хризолит, алмас, Һары яҡут, оникс, йәшмә, Зәңгәр яҡут, фирүзә һәм зөбәржәт – Барыһы ла алтын менән тирәсләнгән. Улар яратылған көнөңдә үк әҙер ине.


Шул саҡ йәнеңде ҡыйыусы ҡаршыһында „Мин – алла“ тип әйтерһеңме? Һине үлтергәндәрҙең ҡулында Һин – алла түгел, әҙәмһең.


Һинең менән килешеү төҙөгәндәр барыһы Илдән һине ҡыуып сығарыр; Дуҫ күреп йөрөгәндәрең һине һатыр, Бынан ары көн күрһәтмәҫ. Һинең менән ашап-эсеүселәр Һиңә тоҙаҡ ҡорор: «Уның аҡылы ҡайҙа?» – тиер.


Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.


Уларҙың уйҙары бер һәм януарға үҙҙәренең көстәрен һәм хакимлыҡтарын тапшырасаҡтар.


уның менән ерҙәге батшалар фәхешлек итте, уның фәхешлек шарабын ерҙә йәшәүселәр иҫергәнсе эсеп ләззәтләнде.


Ҡатын шәмәхә һәм ҡып-ҡыҙыл төҫтәге кейемдәр кейгәйне, алтын, аҫылташтар һәм ынйы менән биҙәнгәйне, ҡулына үҙенең фәхешлегенең ерәнгеслеге һәм бысраҡлығы тулы алтын кәсә тотҡайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ