Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 38:19 - Изге Яҙма

19 – Мин халдейҙар яғына сыҡҡан йәһүҙиҙәрҙән ҡурҡам, – тине Сидкияһ батша Йермеяһҡа. – Халдейҙар мине уларҙың ҡулына бирер ҙә, улар мине ғазаплар тип хәүефләнәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 – Мин халдейҙар яғына сыҡҡан йәһүҙиҙәрҙән ҡурҡам, – тине Сидкияһ батша Йермеяһҡа. – Халдейҙар мине уларҙың ҡулына бирер ҙә, улар мине ғазаплар тип хәүефләнәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 – Мин халдейҙар яғына сыҡҡан йәһүҙиҙәрҙән ҡурҡам, – тине Сидкияһ батша Йермеяһҡа. – Халдейҙар мине уларҙың ҡулына бирер ҙә, улар мине ғазаплар тип хәүефләнәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 38:19
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сапҡындар Әфраим менән Менашше ерҙәрендә ҡаланан ҡалаға йөрөй, зевулундарға ла барып етә, тик уларҙы көлөп һәм мыҫҡыллап ҡаршылайҙар.


Диуарҙы төҙөүебеҙҙе ишеткәс, Санбаллаттың бик ныҡ асыуы килде, йәне көйөп, йәһүдтәрҙе мыҫҡыл итте.


Кешеләрҙән ҡурҡҡан – үҙенә тоҙаҡ ҡорған, Раббыға һыйынған – хәүефтән араланған.


Миңә хыянат итерлек, Мине иҫтән сығарырлыҡ, Күңелеңдән юйып ырғытырлыҡ итеп, Кем ҡурҡытты, кем ҡотоңдо алды? Мин оҙаҡ өндәшмәй торған өсөн, Минән ҡурҡыуҙан туҡтанығыҙмы?


Эй Раббым, Һин әүрәттең мине – Мин әүрәнем. Һин минән көслөрәк – Мине еңдең. Мин һәммәһе өсөн мәҙәккә әйләндем, Көн оҙоно минән көләләр хәҙер.


Йәһүҙә батшаһының һарайында ҡалған бөтә ҡатындарҙы Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтары алдына алып сығасаҡтар. Шул саҡ ул ҡатындар һиңә: «Ышанған дуҫтарығыҙ Һине алдаттылар ҙа еңделәр; Ә аяҡтарың батҡаҡҡа батҡас, Улар һине ташлап ҡасты», – тиерҙәр.


Сидкияһ батша уларға: – Ул – һеҙҙең ҡулығыҙҙа, – тип яуапланы. – Батша һеҙгә ҡаршы бер нәмә лә эшләй алмай.


Ҡалала тере ҡалған халыҡты, халдейҙар яғына сыҡҡан кешеләрҙе – иҫән ҡалған барыһын да нөгәрҙәр башлығы Невузарадан, әсиргә алып, Бабилға алып китте.


Хәйер, башлыҡтарҙың да күбеһе Уға инанғайны инде, ләкин үҙҙәрен фарисейҙар ғибәҙәтхананан айырыр тип ҡурҡып, быны белдермәнеләр.


Кәйефләнеп алған пелештиҙәр: – Шимшонды алып килегеҙ, беҙҙең күңелде асһын, – тинеләр. Уны зиндандан саҡырып килтерҙеләр ҙә пелештиҙәрҙең күңелен күрергә мәжбүр иттеләр. Шимшонды ике бағана араһына баҫтырып ҡуйҙылар.


Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.


– Гонаһ ҡылдым! Раббының бойороғон, һинең һүҙҙәреңде тотманым, – тине Шаул Шемуилға. – Сөнки халыҡтан ҡурҡтым, уларҙы тыңланым.


Шаул ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер. Юҡһа, анау сөннәтһеҙҙәр килеп, мине сәнсер һәм мәсхәрә итер, – тине. Әммә ҡорал йөрөтөүсеһе, бик ныҡ ҡурҡҡанлыҡтан, баш тартты. Шунда Шаул ҡылысын алды ла үҙе уның өҫтөнә йығылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ