Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 37:21 - Изге Яҙма

21 Сидкияһ батша Йермеяһты һаҡсылар ихатаһында тоторға бойорҙо. Ҡалала икмәк бөткәнгә тиклем, икмәк бешереүселәр урамынан көн һайын бер икмәк килтереп бирҙеләр. Шулай итеп, Йермеяһ һаҡсылар ихатаһында ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Сидкияһ батша Йермеяһты һаҡсылар ихатаһында тоторға бойорҙо. Ҡалала икмәк бөткәнгә тиклем, икмәк бешереүселәр урамынан көн һайын бер икмәк килтереп бирҙеләр. Шулай итеп, Йермеяһ һаҡсылар ихатаһында ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Сидкияһ батша Йермеяһты һаҡсылар ихатаһында тоторға бойорҙо. Ҡалала икмәк бөткәнгә тиклем, икмәк бешереүселәр урамынан көн һайын бер икмәк килтереп бирҙеләр. Шулай итеп, Йермеяһ һаҡсылар ихатаһында ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 37:21
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөнә ҡалала аслыҡ шул тиклем көсәйҙе, халыҡтың бер тәғәм ризығы ла ҡалманы.


Аслыҡ мәлендә – үлемдән, Һуғышта ҡылыстан йолоп алыр.


Ғәйебемде таныйым мин, Гонаһым өсөн ҡайғырам.


Уҡтарың килеп ҡаҙалды, Ҡулдарыңдың ауырлығы баҫа.


Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.


Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.


Шул кеше бейектә йәшәр; Ҡаяларҙағы ҡәлғәләр уның ышығы булыр; Икмәкһеҙ ҡалмаҫ, һыуға зарыҡмаҫ.


уны һуҡтырырға һәм Раббы йортоноң Үрге Бинйәмин ҡапҡаһы янында аяҡтарына ҡалып кейҙереп ултыртып ҡуйырға бойорҙо.


Ул осорҙа Бабил батшаһының ғәскәре Йәрүсәлимде ҡамауҙа тота, ә Йермеяһ пәйғәмбәр Йәһүҙә батшаһы һарайындағы һаҡсылар ихатаһында тотҡонлоҡта ята ине.


Шунан, Раббы әйткәнсә, атайымдың туғанының улы Ханамил һаҡсылар ихатаһына килде. «Бинйәмин биләмәһендә урынлашҡан Ғанаҫоҫтағы баҫыуымды һатып ал, – тине, – сөнки биләмә хаҡы ла, иң яҡын туғанлыҡ хаҡы ла һиндә. Һатып ал уны үҙеңә». Шунда мин үҙемә ысынлап та Раббы өндәшкәнен аңланым.


Һаҡсылар ихатаһында тотҡонда ултырған саҡта Йермеяһҡа икенсе тапҡыр Раббы һүҙе булды.


Йермеяһты арҡан менән һыу соҡоронан һөйрәп сығарҙылар. Шулай итеп, Йермеяһ һаҡсылар ихатаһында ҡалды.


Йермеяһ Йәрүсәлим баҫып алынған көнгә тиклем һаҡсылар ихатаһында ултырҙы.


Шунан һуң Йермеяһты, тотоп алып, батша улы Малкияһтың һаҡсылар ихатаһындағы һыу йыя торған соҡорона арҡандарға бәйләп төшөрҙөләр. Соҡорҙа һыу юҡ, бары батҡаҡ ҡына ине. Йермеяһ шул батҡаҡҡа батты.


– Батшам хакимым! Был әҙәмдәрҙең Йермеяһ пәйғәмбәргә ҡылғандары бик насар. Уны һыу соҡорона ырғыттылар, унда ул астан үлә бит, ҡалала икмәк ҡалманы, – тине.


Дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөнә ҡалала аслыҡ шул тиклем көсәйҙе, халыҡтың бер тәғәм ризығы ла ҡалманы.


Аслыҡ ғазабынан тән тиребеҙ Усаҡта янған һымаҡ ҡарайып көйҙө.


Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.


Петрус төрмәлә һаҡ аҫтында булған ваҡытта имандаштар берҙәмлегендә уның өсөн Аллаға ғәйәт тырышып доға ҡылдылар.


Әммә ике йылдан Феликс урынына Поркиос Фестус килде. Әммә Феликс, йәһүдтәргә ярарға тырышып, Паулусты тотҡонлоҡта ҡалдырҙы.


Рим ҡалаһында Паулусҡа һаҡ аҫтында айырым йәшәргә рөхсәт ителде.


Ә Паулус үҙе түләп торған өйҙә ике йыл буйы йәшәне һәм янына килеүселәрҙең барыһын да ҡабул итте.


Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.


Доғаларығыҙҙа минең тотҡонлоҡта ла Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына вәкил булып, тейешенсә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алыуымды һорағыҙ.


Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан.


Шуның өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ