Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 37:15 - Изге Яҙма

15 Түрәләр Йермеяһҡа асыулы ине. Уны туҡматып, Йонаҫан кәтиптең йортона бикләп ҡуйҙылар – был йортто зинданға әйләндергәйнеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Түрәләр Йермеяһҡа асыулы ине. Уны туҡматып, кәтип Йонаҫандың йортона бикләп ҡуйҙылар – был йортто зинданға әйләндергәйнеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Түрәләр Йермеяһҡа асыулы ине. Уны туҡматып, Йонаҫан кәтиптең йортона бикләп ҡуйҙылар – был йортто зинданға әйләндергәйнеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 37:15
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Йософто тотоп алып батша тотҡондары бикләнгән зинданға ябырға бойорҙо.


Аса әүлиәгә бик ныҡ асыулана һәм, ярһып, уны зинданға яптыра. Шул осорҙа ул ҡайһы бер башҡа кешеләрҙе лә ҡыйырһыта.


Батша шулай тип әйтте тиегеҙ: уны зинданға ултыртһындар, мин иҫән-аман ҡайтҡансы, аҙ-маҙ икмәк менән һыуҙан башҡа бер нәмә лә бирмәһендәр.


Мине үлтерер өсөн мәкер ҡорҙолар, Быны Һин беләһең, Раббы. Уларҙың енәйәттәрен ярлыҡама, Гонаһтарына күҙ йомма. Асыуланып язаңды бир: Һинең алдыңда ҡолап ятһындар.


Бынан һуң түрәләр менән халыҡ ҡаһиндарға һәм пәйғәмбәрҙәргә: – Был кеше үлем язаһына лайыҡ түгел, сөнки ул беҙгә Аллабыҙ Раббы исеменән һөйләне, – тинеләр.


Ул осорҙа Бабил батшаһының ғәскәре Йәрүсәлимде ҡамауҙа тота, ә Йермеяһ пәйғәмбәр Йәһүҙә батшаһы һарайындағы һаҡсылар ихатаһында тотҡонлоҡта ята ине.


Инде мине тыңлаһаң ине, батшам хакимым! Үтенесемде аяҡ аҫтына һалмаһаң ине: кәтип Йонаҫандың өйөнә кире ебәрмә, юҡһа мин унда үлермен!


Ул осорҙа Йермеяһты зинданға бикләмәгәйнеләр әле. Ул халыҡ араһына иркенләп инеп-сығып йөрөй ала ине.


уларға: «Мине Йонаҫандың өйөнә кире ебәрмә, юҡһа мин унда үлермен, тип ялбарҙым», – тиерһең.


Шунан һуң Йермеяһты, тотоп алып, батша улы Малкияһтың һаҡсылар ихатаһындағы һыу йыя торған соҡорона арҡандарға бәйләп төшөрҙөләр. Соҡорҙа һыу юҡ, бары батҡаҡ ҡына ине. Йермеяһ шул батҡаҡҡа батты.


Әле һаҡсылар ихатаһында тотҡонда ятҡан сағында уҡ Йермеяһҡа Раббы һүҙе булғайны:


Йөҙөм үҫтереүселәр уның хеҙмәтселәрен тотоп, ҡайһыһын туҡмап, ҡайһыһын үлтереп, ҡайһыларын таш менән бәргесләгәндәр.


Шуға күрә Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.


Күҙҙәрен ҡаплап: – Пәйғәмбәрлек ит әле: Һиңә кем һуҡты? – тип һоранылар.


Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты: – Иң баш ҡаһинға Һин шулай яуап бирәһеңме?


илселәрҙе ҡулға алды һәм дөйөм төрмәгә ябып ҡуйҙы.


– Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был Кеше исеменән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Йәрүсәлимгә тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлемендә беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине.


Илселәрҙе саҡырып индерҙеләр ҙә, уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойороп, иреккә сығарҙылар.


Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы бирермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ