Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 37:13 - Изге Яҙма

13 Әммә Бинйәмин ҡапҡаһында Хананъяһтан тыуған Шәләмъяһ улы Йирияһ, һаҡсылар башлығы, Йермеяһ пәйғәмбәрҙе: – Һин халдейҙар яғына ҡасып сығырға уйлайһың, – тип тотоп алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Әммә Бинйәмин ҡапҡаһында һаҡсылар башлығы Хананъяһтан тыуған Шәләмъяһ улы Йирияһ Йермеяһ пәйғәмбәрҙе: – Һин халдейҙар яғына ҡасып сығырға уйлайһың», – тип тотоп алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Әммә Бинйәмин ҡапҡаһында Хананъяһтан тыуған Шәләмъяһ улы Йирияһ, һаҡсылар башлығы, Йермеяһ пәйғәмбәрҙе: – Һин халдейҙар яғына ҡасып сығырға уйлайһың, – тип тотоп алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 37:13
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.


Күптәрҙең янауын ишетә йөрөйөм, Тирә-яҡта – дәһшәт! «Ошаҡлайыҡ уны! – тиҙәр. – Фаш итәйек!» Минең менән татыу булғандар ҙа Абынғанымды көтәләр: «Бәлки, ул тоҙаҡҡа төшөр, Шунда уны еңербеҙ, Үсебеҙҙе ҡандырырбыҙ», – тиҙәр.


уны һуҡтырырға һәм Раббы йортоноң Үрге Бинйәмин ҡапҡаһы янында аяҡтарына ҡалып кейҙереп ултыртып ҡуйырға бойорҙо.


Был ҡалала тороп ҡалғандар ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан һәләк буласаҡ. Ә ҡаланы ҡамалышта тотҡан дошмандарға бирелгән кешеләр тере ҡалыр. Уларға үҙ йәндәре яумал булыр.


Инде бөтә был ерҙәрҙе Мин Үҙемдең ҡолом Бабил батшаһы Навуходоносорға тапшырам. Хатта ҡырҙағы йәнлектәрҙе лә уның ихтыярына бирәм, әйҙә, уға хеҙмәт итһендәр.


Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы әйтә: „Бабил батшаһы Навуходоносорға хеҙмәт итһендәр өсөн был ҡәүемдәрҙең бөтәһенең дә муйынына тимер ҡалып кейҙерәм. Барыһы ла уға ҡол буласаҡ. Хатта ҡырҙағы йәнлектәрҙе лә уның ихтыярына бирәм“».


батша һарайына, батша кәтибенең бүлмәһенә йүнәлде. Унда батша кәтибе Әлишамағ, Шемағъяһ улы Делаяһ, Ғахбор улы Әлнаҫан, Шафан улы Гемаръяһ, Хананъяһ улы Сидкияһ һәм башҡа түрәләр ултыра ине.


Маттан улы Шефатъяһ, Пашхур улы Гедалъяһ, Шәләмъяһ улы Йухал, Малкияһ улы Пашхур Йермеяһтың халыҡҡа түбәндәгеләрҙе һөйләгәнен ишетте:


Түрәләр батшаға: – Был кешене үлтерергә кәрәк, – тине, – сөнки ул, бындай һүҙҙәрҙе һөйләп, Йәрүсәлимдә ҡалған яугирҙәрҙең һәм халыҡтың рухын төшөрә. Был әҙәм халыҡҡа яҡшылыҡ түгел, һәләкәт теләй.


Батша һарайы әһелдәренең береһе Куш кешеһе Ғәвәд-Мәләх Йермеяһты һыу соҡорона ташлағандарын ишетеп ҡалды. Был ваҡытта батша Бинйәмин ҡапҡаһы янында ултыра ине.


Ә дошман һәр аҙымыбыҙҙы ауланы, Урамдарға сыға алмаҫ булдыҡ. Ахырыбыҙ яҡын, көндәребеҙ бөттө – Ғүмеребеҙҙең аҙағы етте.


Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ Исраил батшаһы Яровғамға: – Ғамос исраилдар араһында һиңә ҡаршы ҡотҡо тарата. Уның һөйләгән һүҙҙәрен ер күтәрерлек түгел, – тип әйтеп ебәрҙе. –


Тотош ил, Гевағтан Йәрүсәлимдең көньяғындағы Риммонға тиклем, Ғарава тигеҙлеге кеүек булыр. Әммә Йәрүсәлим Бинйәмин ҡапҡаһынан элекке ҡапҡа – Мөйөш ҡапҡаһына, Хананил манараһынан батшаның йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙарына тиклем үҙенең урынында ҡалҡыу булып торор.


– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башланылар.


Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмайҙар.


Шул мәлдә улар бер нисә кешене: «Беҙ уның Мусаға һәм Аллаға ҡаршы көфөр һүҙ һөйләгәнен ишеттек», – тип әйтергә ҡотортто.


намыҫта һәм хурлыҡта ла, ғәйбәт һәм абруй арҡылы ла. Беҙҙе алдаҡсы тип иҫәпләйҙәр, әммә беҙ хәҡиҡәткә таянабыҙ;


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ