Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 36:4 - Изге Яҙма

4 Йермеяһ Нерияһ улы Барухты саҡырып алды. Барух Раббының Йермеяһҡа һөйләгән бөтә һүҙҙәрен, уның ауыҙынан ишетеп, төргәк китапҡа яҙҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Йермеяһ Нерияһ улы Барухты саҡырып алды. Барух Раббының Йермеяһҡа һөйләгән бөтә һүҙҙәрен, уның ауыҙынан ишетеп, төргәк китапҡа яҙҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Йермеяһ Нерияһ улы Барухты саҡырып алды. Барух Раббының Йермеяһҡа һөйләгән бөтә һүҙҙәрен, уның ауыҙынан ишетеп, төргәк китапҡа яҙҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 36:4
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы миңә әйтте: – Инде бар, әйткәндәремде Таҡтаташҡа сүке, төргәк китапҡа яҙ. Улар киләсәк ваҡыттар өсөн Мәңгелеккә шаһитнамә булып ҡалһын.


Раббы миңә былай тине: – Яҙыр өсөн бер ҙур таҡта ал да унда кеше уҡырлыҡ итеп «Маһер-Шалал-Хаш-Баз» тип яҙ.


Ул ер тураһында һөйләгәндәремдең барыһын, ошо китапҡа яҙылған һүҙҙәрҙең һәммәһен, Йермеяһтың бөтә халыҡтарға пәйғәмбәрлек итеп әйткәндәрен бойомға ашырасаҡмын.


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һиңә һөйләгәндәремдең бөтәһен дә бер төргәк китапҡа теркәп ҡуй.


Туғаным Ханамилдың, был алыш-биреш ҡағыҙына имзаларын ҡуйған шаһиттарҙың һәм һаҡсылар ихатаһында ултырған бөтә Йәһүҙә кешеләренең күҙ алдында уны Махсеяһтан тыуған Нерияһ улы Барухҡа бирҙем.


Шунан һуң бөтә түрәләр: «Халыҡҡа ҡысҡырып уҡыған төргәк китабыңды тот та кил», – тип әйтергә ҡушып, Куши улы Шәләмъяһтан тыуған Неҫанъяһ улы Йәһүҙиҙе Барухҡа ебәрҙеләр. Нерияһ улы Барух, төргәк китапты алып, улар янына килде.


Батша Йәһүҙиҙе төргәк китапты алып килергә ебәрҙе. Йәһүҙи, төргәк китапты Әлишамағ кәтиптең бүлмәһенән алып килеп, батшаға һәм уның янындағы бөтә түрәләргә уҡыны.


Йәһүҙи өс-дүрт бағана уҡыу менән, батша уҡылған өлөштө кәтип бысағы менән ҡырҡып ала ла утҡа ырғыта. Шулай итеп ул бөтә төргәкте яндырып бөтөрҙө.


Батша үҙенең улы Йерахмеил менән Ғазриил улы Сераяһҡа, Ғавдеил улы Шәләмъяһҡа Барух кәтип менән Йермеяһ пәйғәмбәрҙе тотоп алырға бойороҡ бирҙе. Әммә Раббы уларҙы йәшергәйне инде.


Батша Йермеяһ Барухҡа әйтеп яҙҙырған төргәк китапты яндырғандан һуң, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:


– Икенсе төргәк ал, унда Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим яндырған тәүге китапта булған бөтә һүҙҙәрҙе яҙ.


Йермеяһ икенсе төргәк алды ла уны Нерияһ улы Барух кәтипкә бирҙе. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим утҡа яҡҡан тәүге төргәк китаптағы бөтә һүҙҙәрҙе Барух Йермеяһ ауыҙынан ҡабаттан яҙҙы. Унда әле тағы ла күп кенә шуға оҡшаш һүҙҙәр өҫтәлде.


Ураҙа көнөндә һин Раббы йортона бар. Ундағы халыҡҡа мин һиңә яҙҙырған Раббы һүҙҙәрен төргәк китаптан ҡысҡырып уҡы. Ул көндө Йәһүҙә ҡалаларынан килгән кешеләр ҙә Раббы йортонда була, улар ҙа уҡығаныңды ишетһен.


Нерияһ улы Барух, беҙҙе үлтерһендәр йәки Бабилға һөргөнгә алып китһендәр өсөн халдейҙарға тотторорға теләп, һине беҙгә ҡаршы ҡоторта.


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ, хакимлығының дүртенсе йылында, Бабилға сәфәргә йыйынды. Йермеяһ пәйғәмбәр Сидкияһты оҙата барған баш хеҙмәтсе Махсеяһ улы Нерияһтан тыуған Сераяһҡа йомош ҡушты.


Йермеяһ Бабилға киләсәк барлыҡ бәләләрҙе, Бабил хаҡындағы ошо һүҙҙәрҙең барыһын да төргәк китапҡа теркәне.


Ҡарағайным, үҙемә табан һуҙылған бер ҡул күрҙем. Унда төргәк китап бар ине.


Бабил батшаһы Белшассар идара иткәндең беренсе йылында Даниил төндә үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡанда төш күрҙе. Ул төшөн яҙып ҡуйҙы.


Күҙҙәремде күтәреп ҡараһам: бер төргәк китап осоп йөрөй.


Ошо хатты Паулус һүҙҙәренән яҙыусы мин, Тертиос та, һеҙҙең менән Раббы аша бәйләнгән кеше булараҡ, һеҙҙе сәләмләйем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ